Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
6 Декабрь 2021, 16:05

Декабрҙә магнит дауылдары көндәре

Декабрҙә магнит дауылдарына бәйле дүрт ауыр осор көтөлә. Шуларҙың икеһе оҙайлы һәм ете балл билдәһенә етәсәк.

Декабрҙә  магнит дауылдары көндәре
Декабрҙә магнит дауылдары көндәре

Беренсе уртаса көстәге магнит һөжүме 1-4 декабрҙә 2 балл менән үтәсәк, был көндө хроник баш ауыртыулы кешеләрҙең хәле насарайыуы ихтимал. Шулай уҡ йөрәк сирлеләргә лә әҙер торорға кәрәк.
9-13 декабрҙәге магнит дауылы йыл дауамында булған дауылдарҙың иң көслөһө булыуы көтөлә. Ул 10 декабрҙә айырыуса көслө буласаҡ. Уны һауа торошона һиҙгерҙәр генә түгел, башҡалар ҙа тойор. Ғалимдар иҫәпләүенсә, был көндө ул ете балл билдәһенә етәсәк.
18-22 декабрҙәге өсөнсө тулҡындың оҙайлы булыуы ихтимал. Ул көндәрҙә физик һәм эмоциональ хәлдәрҙән йырағыраҡ булырға кәңәш ителә. 19 декабрҙә магнит дауылы алты балға етеп, араһында иң көслөһө буласаҡ.
30-31 декабрҙә магнит дауылы көсһөҙ көтөлә, арыу һәм кәйеф түбән булыуы мөмкин. Был осорҙа магнит дауылы өс балл билдәһенән ары китмәйәсәк.

Автор:Лариса Михалькова