Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
26 Ноябрь 2021, 12:00

Яңы йылға әҙерлек башланды

Республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында Яңы йылға әҙерлек саралары башланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә, 1 декабргә тиклем бөтә торама пункттар биҙәлгән булырға тейеш, тине.

Яңы йылға әҙерлек башланды
Яңы йылға әҙерлек башланды

20 декабргә тиклем бөтә муниципалитеттарҙа байрам шыршылары, боҙ ҡаласыҡтар һәм скульптуралар ҡуйылырға, улар тантаналы асылырға тейеш.
Оло Ыҡтамаҡ ауылы үҙәк майҙанында боҙ ҡаласығын төҙөү ошо көндәрҙә башланырға тора. 15 декабргә уны тамамлау планлаштырылған. Бөгөн проект эштәре башҡарыла.
Байрамдың төп биҙәге – йәшел ҡупшыҡайҙы район Мәҙәниәт һарайы алдында үҙәк майҙанда һәм “Көньяҡ” паркында урынлаштырыу ҡаралған.
Шулай уҡ 15 декабргә тиклем конькиҙа шыуыу өсөн боҙ һырғалаҡ һәм хоккей ҡумтаһын булдырыу планлаштырылған.
Йола буйынса, иң яҡшы биҙәлгән бина һәм уның янындағы территория конкурсы уҙасаҡ.

Автор:Лариса Михалькова