Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
24 Ноябрь 2021, 15:05

Күп функциялы үҙәк аша ҡағыҙ сертификат алырға мөмкин

16 ноябрҙән Күп функциялы үҙәк офистарында коронавирус инфекция-һына ҡаршы вакцина эшләтеү тураһында сертификатты баҫтырып алырға мөмкин, бының өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында алдан яҙылыу мотлаҡ түгел.

Күп функциялы үҙәк аша ҡағыҙ сертификат алырға мөмкин
Күп функциялы үҙәк аша ҡағыҙ сертификат алырға мөмкин

Коронавирус менән ауырып, диагноздары раҫланған граждандар ҙа сертификат һорап мөрәжәғәт итә ала. Хеҙмәт күрһәтеү республиканың барлыҡ Күп функциялы үҙәк офистарында документтар ҡабул итеү һәм әҙерҙе биреү тәҙрәләрендә ойошторолған.
– Был хеҙмәт иң беренсе сиратта “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында теркәлмәгән һәм шулай уҡ уны үҙ аллы баҫтырып сығара алмаған йәки электрон вариантта файҙалана белмәгән граждандар өсөн ҡулай. Сертификат бер экземплярҙа ғына бирелә. “Дәүләт хеҙмәттәре” менән үҙ аллы ҡулланған граждандарға сертификатты ҡағыҙға баҫтырыу мотлаҡ түгел, йәмәғәт урындарына ингәндә күр-һәтеү өсөн QR-кодты кеҫә телефонынан күрһәтеү етә, – ти Күп функциялы үҙәктең Оло Ыҡтамаҡ ауылы бүлексәһе мөдире Светлана Заһитова.
Бындай хеҙмәт күрһәтеүҙәрен һорап физик шәхестәр – Рәсәй Федерацияһының балиғ булған граждандары, сит ил граждандары, Рәсәй гражданы статусы булмағандар (СНИЛСы булған, Рәсәй территорияһында Рәсәй вакцинаһын ҡуйҙырған осраҡта) мөрәжәғәт итә ала.
Күп функциялы үҙәктә сертификат сығартып алыу өсөн үҙең менән паспорт, медицина страховкалауы тураһында полис һәм СНИЛС кәрәк. Сертификат ябай яҙма формала төҙөлгән, законлы йәки вәкәләтле вәкил хоҡуғын раҫлаған икенсе кешегә лә тапшырыла.
Инглиз телендәге сертификатты алыу өсөн ғариза биреүсенең шәхесен раҫлаусы сит ил паспорты булырға тейеш.
Мөрәжәғәт иткәндә паспорт, ышаныс ҡағыҙының булмауы гражданды ҡабул итмәүгә нигеҙ булып тора.
Әгәр ҙә кешенең вакцина эшләтеү йәиһә COVID-19 менән ауырыуы тураһында мәғлүмәт юҡ икән, сертификатты баҫтырыу мөмкин түгел. Был осраҡта вакцина эшләткән медицина ойошмаһына мөрәжәғәт итергә тура киләсәк. Йә булмаһа, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында “Сертификат һәм QR-код” бүлегендәге “Хата китеүе хаҡында хәбәр” бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә ҡала.
Лариса РИЗВАНОВА әҙерләне.

Автор:Лариса Михалькова