Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
14 Сентябрь 2021, 09:45

Квалификациялы электрон ҡултамғаны Рәсәй һалым хеҙмәтендә бирәсәктәр

2021 йылдың 1 июлендә Рәсәй Федераль Һалым хеҙмәте бушлай электрон ҡултамғаларҙы тикшереү өсөн квалификациялы сертификат асҡыстары сығара башланы.

Квалификациялы электрон ҡултамғаны Рәсәй һалым  хеҙмәтендә бирәсәктәр
Квалификациялы электрон ҡултамғаны Рәсәй һалым хеҙмәтендә бирәсәктәр

Барлыҡ юридик берәмектәр, шәхси эшҡыуарҙар, нотариустар квалификациялы электрон ҡултамғаны Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең раҫлаусы үҙәгендә алыу мөмкинлегенә эйә. Сығарылған электрон ҡултамға һалым органына һалым отчеты биреү, дәүләт һәм коммерция хеҙмәттәре алыу, башҡа электрон документтарға ҡул ҡуйыу өсөн ҡулланырға яраҡлы.
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең раҫлаусы үҙәгендә бушлай электрон ҡултамға алыуҙа иҫкәрмәләр бар:
- кредит ойошмаларының, түләү системалары операторҙарының, кредит бирмәгән финанс ойошмаларының һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың квалификациялы электрон ҡултамғаһын Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкының раҫлаусы үҙәгендә алырға мөмкин буласаҡ;
- дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары йәки дәүләт органына, урындағы үҙидара органына ҡараған ойошмаларҙың вазифалы кешеләренең квалификациялы электрон ҡултамғаларын Федераль казначействоның раҫлаусы үҙәгендә алырға мөмкин;
- физик шәхестәрҙең, шул иҫәптән ышаныс ҡағыҙы буйынса юридик берәмек исеменән эшләгән физик берәмектәрҙең квалификациялы электрон ҡултамғаларын электрон ҡултамға тураһында ҡануниәттең яңы талаптары буйынса аккредитация үткән коммерция аккредитациялы раҫлаусы үҙәктәрҙә алырға мөмкин.
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса 2-се район-ара
инспекцияһы.

Автор:Наталья  Русинова