Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
10 Сентябрь 2021, 17:00

Иҫке газ плитаһын яңыһына ваҡытында алмаштырмаған өсөн штраф янай

Ғәҙәттә яңы техника ике осраҡта һатып алына: ул ватылғанда йәиһә яңыраҡ заманса моделгә алмаштырырға теләгәндә. Ә бына газ плитаһы менән эш башҡасараҡ тора.

Иҫке газ плитаһын яңыһына ваҡытында  алмаштырмаған өсөн штраф янай
Иҫке газ плитаһын яңыһына ваҡытында алмаштырмаған өсөн штраф янай

Газ плитаһы, тирә-яҡтағыларға хәүеф тыуҙырыуына бәйле, үҙенсәлекле предмет булып иҫәпләнә һәм уның ҡулланыу ваҡыты сикләнгән. Газ менән файҙаланыу ҡағиҙәләренә ярашлы, ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан газ ҡорамалын алмаштырырға кәрәк. Быны тиҙ һәм аҙ сығым менән башҡарырға теләһәгеҙ, алмаштырып тормай ғына техник диагностика уҙғарырға мөмкин.
Иҫке газ плитаһын алмаштырмаған өсөн ниндәй яуаплылыҡ ҡаралған?
Шулай итеп, әйтеп үтеүебеҙсә, яңы газ плитаһы һатып алыу – мотлаҡ процедура түгел. Иҫкеһе ремонтҡа ярамағанда ғына яңыһын һатып алырға кәрәк. Ҡағиҙә булараҡ, бындай мохтажлыҡ файҙалана башлаған мәлдән алып 20-30 йыл үткәс кенә килеп тыуа. Башҡа осраҡтарҙа газ ҡорамалына диагностика эшләү ҙә етә.
Ә бына ҡулланыу мөҙҙәте сығыуға бәйле газ плитаһын алмаштырмағанда, уны ваҡытында диагнос-тика эшләтмәгән йәки алмаштырмаған өсөн техника хужаһына административ штраф һалыуҙары, газ биреүҙе туҡтатыуҙары ихтимал.
Иҫке газ плитаһы менән ҡулланған өсөн административ штраф
Газ менән файҙаланыу ҡағиҙәләренә ярашлы, ҡулланыу мөҙҙәте сыҡҡан ҡорамал техник диагностика үтергә тейеш. Был процедура плитаның торошон һәм уның деталдәренең бөтөнлөгөн билдәләү өсөн кәрәк. Тикшереү һөҙөмтәһендә белгестәр газ ҡорамалының артабан ҡулланыу өсөн хәүефһеҙлеген билдәләгән документ бирә.
Был талаптарҙы үтәмәгән өсөн, Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекстың 9.23-сө статьяһына ярашлы, штраф ҡаралған:
  Тәүге тапҡыр – 1000-2000 һум.
  Ҡабаттан – 2000-5000 һум.
  Әгәр күрһәтмә үтәлмәһә һәм плита авария осрағына килтерһә, уның хужаһына 10000 һумдан алып 30000 һумға тиклем штраф һалына.
Газ биреүҙе туҡтатыу
Газ менән файҙаланыу ҡағиҙәләре нигеҙендә, газ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан плита хужаһына ҡарата ҡырҡа саралар күреү хоҡуғына эйә. Газды һүндереү нәҡ шундай сараларға ҡарай.
Газды түбәндәге осраҡтарҙа
һүндереүҙәре ихтимал:
1. Көнкүреш приборының етештереүсе билдәләгән ҡулланыу мөҙҙәте сыҡҡан. Был ваҡыт үткәндән һуң белгестәр ҡулланыуҙың хәүефһеҙлеген күрһәткән һығымта бирмәгән.
2. Газ плитаһына элек диагностика эшләнгән, уны артабан файҙаланыуға рөхсәт биргән һығымта бирелгән, әммә уның ваҡыты сыҡҡан.
Торлаҡ бина хужалары газды һүндереү тураһында алдан мәғлүмәтләндерелергә тейеш. Хәбәр иткәндән һуң 20 календарь көнө үткәс, уға йәнә хәбәр ебәрәләр. Тәүге тапҡыр иҫкәртеү яһалғандан һуң 40 көн үткәс кенә газды һүндерә алалар.
Шулай итеп, Газ менән ҡулланыу ҡағиҙәләренә ярашлы, техник диагностика үткәргән осраҡта иҫке газ плитаһының хужаһы плита менән файҙаланыуҙы дауам итә ала.
Нимә ул техник диагностика?
Техник диагностика норматив документтар менән раҫланған ҡулланыу мөҙҙәте тамамланған ҡорамалға ҡарата ҡулланыла.
Ҡорамалға техник диагностика уның торошон билдәләү, төҙөкһөҙлөктәрен, артабан эшләү ресурсын асыҡлау өсөн ҡулланыла. Диагностиканан һуң плита хужаһына артабан ҡулланыу мөмкинлеге һәм мөҙҙәте тураһында һығымта, шулай уҡ мотлаҡ ремонт эштәре исемлеге бирелә.
Быны белеү кәрәк! Техник диагностика уҙғарыу мотлаҡ процедураға инә. Уны уҙғармайынса тороп, иҫке ҡорамалды ҡулланырға ярамай.
Кемдәр диагностика үткәреү хоҡуғына эйә?
Техник диагностика хеҙмәтен бының өсөн махсус лицензияһы булған ойошмалар ғына башҡара ала. Әгәр газ плитаһының ҡулланыу мөҙҙәте сыға икән, уның хужаһы ойошмаға үҙ аллы мөрәжәғәт итергә һәм уның менән килешеү төҙөргә тейеш.
Миҫал өсөн Мәсетле районында йәшәүсе менән бәйле хәлде алайыҡ. Уның өйөндә “Гефест” газ плитаһы тора. Ҡорамалдың ҡулланыу ваҡыты сыҡҡас, урындағы газ компанияһы хеҙмәткәрҙәре йыл һайын үткәрелә торған техник хеҙмәтләндереү ваҡытында иҫке газ плитаһын яңыға алмаштырыу кәрәклеге хаҡында күрһәтмә бирә. Граждан хеҙмәт күрһәтеүсе менән килешмәй, сөнки, уның фекеренсә, плита бик яҡшы торошта була һәм тулыһынса эшләй. Ул ҙур сығымдарға бармаҫ өсөн 8 (347) 299-02-04 телефоны буйынса “Региональ газ компанияһы” ЯСЙ-һына мөрәжәғәт итә. Телефон буйынса уның заявкаһы ҡабул ителә һәм белгестәр, аҙна эсендә ҡорамалды тулыһынса тикшереп, плитаның хәүефһеҙ булыуы, һәм тағы ла биш йыл дауамында ҡулланырға ярауы тураһында һығымта бирә. Диагнос-тика саралары һөҙөмтәһендә хужа ҡиммәтле яңы газ ҡорамалы һатып алыуҙан ҡотолоп ҡала. Граждан компанияға осраҡлы ғына мөрәжәғәт итмәй: ул бынан алда ла компания менән хеҙмәттәшлек иткән – “Региональ газ компанияһы” уның газ счетчигын урынынан алмай ғына тикшерә һәм уның ҡулланыу мөҙҙәтен тағы ла 10 йылға оҙайта.
Шулай итеп, диагностика – ул закон буйынса ҡаралған сара ғына түгел, ә иҫке плитаны штрафҡа юлыҡмай ғына артабан файҙаланыуға рәсми рөхсәт алыуҙың ҡиммәтле булмаған ысулы.

Автор:Лариса Михалькова