Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
13 Август 2021, 15:45

Августа магнит дауылдары

Август айы – метеоһиҙгер-ҙәр өсөн оло бер һынау. Сөнки йәйҙең һуңғы айында бер нисә еңел һәм көслө булған магнит дауылы көтөлә.

Августа магнит дауылдары
Августа магнит дауылдары

10 августағы магнит дауылы көслө буласаҡ: уның көсөн Аэронавтика һәм йыһан киңлеген өйрәнеү буйынса милли идаралыҡ дүрт балл кимәлендә билдәләй. Баш ауыртыуынан тыш, хәлһеҙлек, йоҡоһоҙлоҡ яфалар. Шулай уҡ тиҙ ҡабынып китеү ихтимал, шуға ла бер кем менән дә бәхәскә инмәҫкә кәңәш ителә.
13-14 августа дауыл еңелсә булыр. Был көндәрҙә дөрөҫ туҡланып (майлы, әсе ризыҡтар менән ашҡаҙанды тултырмаҫҡа, күберәк йәшелсә-емеш, балыҡ ашарға, һыу эсергә кәрәк) һәм дөрөҫ йоҡо режимын (организм тулы ете сәғәт ял итергә тейеш) һаҡлап хәлде еңеләйтергә мөмкин.
16-20 августа көслө дауыл көтөлә. Кеше сәләмәтлеге өсөн иң хәүефлеһе – 16-һы, һуңынан тулҡындың көсө кәмей башлай. Ошо көндәрҙә быуындар ауыртыуы, йөрәк тибеше йышайыуы, йоҡоһоҙлоҡ, ҡан баҫымы уйнауы күҙәтелер, берәүҙәрҙең башы ныҡ ауырт-һа, икенселәрҙең ваҡыты-ваҡыты менән башы әйләнеп йонсотор, кәйеф насарайыуға, ҡуҙғыуға алып килер.
Шуның өсөн дә психологик һәм физик яҡтан үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ.
29 августа – уртаса көслө дауыл. Был ял көндәренә тура килә. Күберәк саф һауала йөрөгөҙ, тәбиғәт менән аралашығыҙ, шул ваҡытта магнит дауылдарының көсө һиҙелмәй үтер.
Асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Наталья  Русинова