Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бер тапҡыр ҙа ковид менән сирләмәгәндәргә нимә эшләргә?

Коронавирус пандемияһы башланғандан һуң бер йылдан ашыу ваҡыт үтеп китте: кемдер сирләп, хәҙер уларҙың организмында антиматдәләр барлыҡҡа килгән, кемдәрҙер өсөн был вирус менән осрашыу ысын фажиғәгә әйләнде.

Бәхеткә күрә, арабыҙҙа бер тапҡыр ҙа сирләмәгәндәр ҙә бар: уларҙа IgM һәм IgG антиесемдәренең береһе лә юҡ. Уларға нимә эшләргә: прививка ҡуйҙырырғамы, әллә иммунитетҡа ышанып ҡалырғамы? Был һорауға Зубово ҡасабаһындағы инфекция үҙәге баш табибының медицина мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Айгөл Ғәлиева яуап бирә.
“Эйе, ысынлап та, инде хәҙер COVID-19 инфекцияһы менән йылдан ашыу йәшәһәк тә арабыҙҙа әле бер тапҡыр ҙа уның менән сирләмәгәндәр, стационарға эләкмәгәндәр, табип йәки педиатр күҙәтеүе аҫтында булмағандар бар. Эксперттар быны халыҡ араһында вирусҡа бирешеп бармағандарҙың булыуы, кемдәрҙеңдер еңел үткәреүе менән аңлата. Шуға күрә йыл дауамында температуралап йүтәл менән сирләмәгәндәр, һис борсолмай, вакцина ҡуйҙыра ала. Хәҙер вакцина ҡуйҙырыр алдынан антиматдәләр титрын билдәләү мотлаҡ түгел. Тын алыуы ауырлашып, температура күтәрелеп сирләү йәки сирле менән бәйләнештә булып, һуңынан үҙен насар тойоу ҙа антиесемдәр-ҙең булыуы тураһында һөйләй”.
Айгөл Ғәлиева әйтеүенсә, антиматдәнең булыу-булмауын белеү өсөн тикшеренеү үтергә була.
“Коронавирус инфекцияһы менән сирләмәгәндәр үҙҙәрен һәм яҡындарын һаҡлай ала. Вакцинаны 18 йәше тулмаған балаларға, йөклө һәм бала имеҙгән ҡатындарға ҡуйыу рөхсәт ителмәй. Әммә беҙ уларҙы ла ҡурсалай алабыҙ – бары тик туғандарына һәм яҡындарына вакцина ҡуйҙырырға кәрәк, – тип билдәләне табип. – Әммә шуны ла оноторға ярамай: вакцина ҡуйҙырғандан һуң да коронавирус инфекцияһы йоҡтороу хәүефе бар, ул инфекциянан тулыһынса һаҡламай, әммә ковид-инфекцияһынан һуң өҙлөгөүҙәрҙән, сирҙең ауыр формалары менән ауырыуҙан, реанимация койкаһына эләгеүҙән һаҡлауҙы гарантиялай. Вакцина һалдырғандан һуң, кеше организмында һаҡлаусы антиматдәләр барлыҡҡа килә. Беҙ коллектив иммунитет булдырырға тейешбеҙ”.
“Башинформ”
мәғлүмәт агентлығы.