Бөтә яңылыҡтар

Июндә магнит дауылдары

Йәй башланыу менән геомагнит тулҡындар баҫыласаҡ. Июнь айы тотошлайы менән тыныс көтөлә: көслө магнит дауылдары булмаясаҡ.

8 июндә көсһөҙ генә магнит дауылы көтөлә, әммә метеоһиҙгер кешеләр уны ла тоясаҡ. Ғәҙәттә бындай көндәрҙә хәлһеҙлек, баш ауыртыуы, баш әйләнеүе, быуындар һыҙлауы, йоҡоһоҙлоҡ, ҡуҙғыу-санлыҡ күҙәтелә. Эшләү һәләте кәмей. 9-ында магнит дауылы йоғонтоһон башлыса балалар менән оло йәштәгеләр тойор. Көн дауамында күптәр төрлө хәлдәрҙә стресс кисерер.
Июндең башҡа көндәре тыныс көтөлә.
Асыҡ сығанаҡтарҙан.