Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Май ҡуңыҙы ялҡытһа...

Мәсетле районы халҡы май ҡуңыҙының күпләп осоуын күҙәтә. Был ҡорттар емеш биргән ағастарға ҙур зыян килтерә. Нимә эшләргә? Был һорау халыҡты хафаға һала. Һелкетеп төшөрөп булмай. Йыйып алыу ҙа уңайлы түгел. Баҡсасыларға уңышһыҙ ҡалыу хәүефе янай.

Белгестәрҙең әйтеүенсә, быйыл уларҙың ныҡлап үрсеүенә ике фактор сәбәпсе – һалҡын яҙ һәм ҡорттарҙың үрсеү циклы. Әгәр ҙә ер яйлап йылынһа, май ҡуңыҙы аҙлап сығыр ине, ҡапыл эҫе көндәр торғанлыҡтан – был процесс икеләтә шәп башланды. Бынан тыш, уларҙың күпләп үрсеү ваҡытын күҙ уңынан сығарырға ярамай. Ул дүрт-биш йылға бер була.
Бөжәктәргә ҡаршы һөҙөмтәле көрәшеү өсөн уның хаҡында бер аҙ белергә кәрәк. Май ҡуңыҙының ҡарышлауығы тупраҡта дүрт-биш йыл үҫешә. Өлкәндәре апрель-май айҙарында оса башлай һәм ағас япраҡтары менән туҡлана. Һуңынан 10-15 сантиметр тәрәнлектә инәләре йомортҡа һала. 20-40 көндән уларҙан ҡарышлауыҡтар хасил була. Улар тиреҫ, нәҙек тамырҙар менән туҡлана. Ҡыштан һуң ҡарышлауыҡтар эреләнә башлай һәм үҫемлектең йыуаныраҡ тамырҙарын да кимереп зарарлайҙар.
Май ҡуңыҙы һалҡынды ныҡ яратмай – һауа торошо хатта өс градустан һалҡын булғанда уның ҡарышлауыҡтары һәләк була. Ҡуңыҙҙар тиреҫ өйөмөндә ҡышларға ярата, яҙын уны барлыҡ баҡсаға тараталар. Июнь айында, ҡорттар йомортҡа һалғанда, өйөмдө пленка менән ныҡлы ҡаплағыҙ. Әгәр ҡарышлауыҡтар уға йыйылып өлгөргән булһа, тиреҫте тоҡтарға тултырып, ҡышҡылыҡҡа ҡалдырығыҙ.
Яҙын ерҙе ҡаҙғанда ҡарышлауыҡтарҙы йыйып алығыҙ. Ерҙе ҡаҙа башлар алдынан тупраҡҡа ваҡланған йомортҡа тышын һибегеҙ – ҡорттар уны яратмай. Йәнә ҡарышлауыҡтарҙы киң һауытҡа йыйып, күренеп торған урынға ҡуйығыҙ. Был ҡоштарҙы баҡсаға йәлеп итеүгә мөмкинлек бирә.
Баҡсаға тауыҡтарҙы ла сығарырға мөмкин, сөнки улар май ҡуңыҙҙары менән һыйланырға ярата. Тағы баҡса тирәһенә сыйырсыҡ оялары элеп ҡуйыу ҙа файҙалы буласаҡ. Ҡоштар бала сығарғанда уларҙы туйындырыу өсөн һигеҙ мең самаһы май ҡуңыҙы ҡарышлауығын юҡ итә.
Баҡсала аҡтамырҙың үрсеүенә юл ҡуйырға ярамай – ул ҡорттарҙы йәлеп итә. Иң һәйбәте – уның өсөн ағыулы һаналған люпин, клевер йәки башҡа ҡуҙаҡлы культуралар ултыртыу. Улар ерҙә азот туплай, ә был матдә бөжәктәргә оҡшамай.
Ҡоротҡостарҙы эзбиз менән дә кәметергә мөмкин. Әгәр үҫентеләр май ҡуңыҙы ҡарышлауыҡтары менән зарарланған бул-һа, уларҙы ҡаҙып алып, яңынан ултыртығыҙ. Былай эшләү мөмкин булмаһа, һуған ҡабығынан эшләнгән төнәтмә менән ҡойондороғоҙ. 10 литр һыуға 100 грамм һуған ҡабығы һалырға. Уны өс-дүрт көн ултыртығыҙ. Шулай уҡ әрем, керән, редис япраҡтарынан әҙерләнгән төнәтмәне ҡулланырға мөмкин.
Асыҡ сығанаҡтарҙан.