Мәсетле тормошо
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
27 Апрель 2021, 12:35

Туғандарға әйтергә ярамаған 10 нәмә

Беҙҙең халыҡта туғаның менән татыу йәшәү иң фарыз ғәмәлдәрҙән һанала. Әммә тормошта туғандарыңа әйтмәүең хәйерле булған нәмәләр ҙә бар. Психологтар бына нимәләр хаҡында туғандарға әйтмәҫкә кәңәш итә.

Күпме аҡса алыуығыҙҙы
Һеҙҙең килемегеҙҙең күпме булыуын туғандарығыҙҙың белмәүе хәйерле.
Күпме бурысығыҙ булыуын
Бурысҡа батҡан кешегә мөнәсәбәт бер кем тарафынан да яҡшы булмауы көн кеүек асыҡ. Хатта һеҙ бурысығыҙҙы үҙегеҙ түләп, кәметеп барған осраҡта ла “аҡса тота белмәй” тип, ғәйеп тағыусы буласаҡ.
Нимәгә аҡса тотоноуығыҙҙы
Һеҙ эшләп тапҡан аҡсаға – һеҙ хужа, уны нисек теләйһегеҙ, шулай тотона алаһығыҙ. Нисә һумға нимә алыуығыҙ тураһында бер кемгә лә отчет биреп барырға кәрәкмәй. Үрҙә әйткәнебеҙсә, аҡсаны туҙҙырыуҙа ғәйепләүсе лә, кәңәштәре менән маҙалаусы ла мотлаҡ табыласаҡ.
Проблемалар тураһында
Һеҙҙең проблема һеҙгә генә ҡағыла һәм, нисек кенә ауыр булмаһын, уны барыбер һеҙ хәл итергә тейешһегеҙ.
Эш буйынса көтөлгән үҫеш хаҡында
Етәксегеҙ һеҙҙе юғарыраҡ урынға күтәрергә теләүе хаҡында әйткән икән, был хаҡта шунда уҡ бөтә туғандарға хәбәр итергә кәрәкмәй. Әлегә ул вазифаға һеҙҙе тәғәйенләмәгәндәр, хәл-торош уйламағанда үҙгәреүе лә ихтимал.
Берәй әйбер алырға теләүегеҙҙе
Ҙурыраҡ әйбер һатып алырға теләһәгеҙ, был хаҡта бөтә туғандарығыҙға һөйләмәгеҙ. Араларында “нимәгә ул һиңә, аҡса әрәм итеп” тип әйтеүсе табылыуы бар.
Ҡайҙа ялға барырға йыйыныуығыҙҙы
Әгәр туғандарығыҙҙан айырым ял итергә теләһәгеҙ, был хаҡта уларға алдан әйтмәй тороу яҡшыраҡ. Бик тә булмаһа, эш буйынса барырға йыйынам, тип әйтергә була.
Яңы эшкә күсергә теләүегеҙҙе
Был хаҡта бигерәк тә олораҡ йәштәге туғандарығыҙға әйтмәү хәйерле, сөнки улар үҙгәрештәрҙе ауыр ҡабул итә.
Киләсәккә пландарығыҙҙы
Кеше һәр ваҡыт нимәлер тураһында хыялланып, шул хыялдарға өлгәшеү өсөн маҡсаттар ҡуйып, пландар билдәләп йәшәй. Әммә былар хаҡында туғандарға ла, башҡа таныштарға ла һөйләргә тырышмағыҙ. Маҡсатығыҙға әкрен генә барығыҙ, артыҡ иғтибар йәлеп итмәгеҙ.
Ғаиләләге ауыр хәл тураһында
Ирегеҙ йәки ҡатынығыҙ менән һүҙгә килештегеҙ, ти. Был хаҡта кемгә-кемгә, әммә туғандарға һөйләргә кәңәш ителмәй. Һеҙ йәмәғәтегеҙ менән мотлаҡ ярашасаҡһығыҙ. Ә туғандарығыҙ күңелендә ул кеше тураһында насар фекер, ниндәйҙер юшҡын ҡаласаҡ. Бының менән һеҙ улар алдында тормош иптәшегеҙҙең бәҫен генә төшөрәсәкһегеҙ.
“Башҡортостан” гәзитенән.