Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
22 Апрель 2021, 10:00

Табипҡа нисек яҙылырға

Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы мәғлүмәте буйынса, үҙ аллы киләһе табиптарға яҙылырға мөмкин: терапевт, педиатр, акушер-гинеколог, стоматолог-терапевт, стоматолог-хирург, теш табибы, офтальмолог, оториноларинголог, фтизиатр, хирург, дерматовенеролог.

Яҙылыу ысулдары: Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы контакт-үҙәге аша 122 һандары буйынса, 8 (34770) 2-13-48 телефон номеры аша поликлиника регистратураһына шылтыратып йәиһә туранан-тура мөрәжәғәт итеп, шулай уҡ поликлиникалағы инфомат, www.gosuslugi.ru дәүләт хеҙмәттәре берҙәм порталы, doctor.bashkortostan.ru медицина порталы, “Табипҡа” телефон ҡушымтаһы ярҙамында. Был исемлеккә инмәгән белгестәргә беренсел ҡабул итеү участка терапевы йүнәлтмәһе буйынса үтә.
Исемлеккә инмәгән теге йәки был табип-белгестә иҫәптә торған пациенттар үҙ аллы https://doctor.bashkortostan.ru төбәк порталы һәм “Табипҡа” телефон ҡушымтаһы аша яҙыла ала.
Ҡабат ҡабул итеүгә йәиһә консультацияға яҙылыу дауалаусы табип ҡарары менән ҡабул итеү ваҡытында башҡарыла.