Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
20 Апрель 2021, 10:00

Дача сезоны тураһында

Көндәр йылытып, май байрамдары яҡынлашыу менән республика территорияһында емеш-еләк культуралары үҫентеләре күпләп һатыла башлай.

Башлыса улар Молдавия, Үзбәкстан, Краснодар крайынан бер ниндәй документһыҙ килтерелә. Уларҙы ҡарап ҡына ла белергә мөмкин: үҫентеләр оҙон, тамыры насар үҫешкән. Бындай үҫентеләрҙең ҡыш туңыуы ихтимал. Уларҙы тәҡдим итеүселәр киң ассортимент һәм төҫлө фотографияларҙағы матур емештәр менән ҡыҙыҡтыра. Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй ауыл хужалығы күҙәтеүе идаралығы үҫентеләр һатып алғанда бер нисә шарттың үтәлеүенә иғтибар итергә саҡыра:
1. Емеш-еләк үҫентеләрендә сорты, етештереүсенең исеме, стандарт, сорттың тауарлылығы, репродукцияны күрһәткән этикетка булырға тейеш. Һатыусынан үҫентенең сортҡа ҡарауы тураһында сертификат, сәсеү сифатына тап килеү тураһында сертификат йәки апробация акты, һынау протоколы талап итегеҙ. Документтарҙың ғәмәлдә булыу ваҡыты көҙгө һәм яҙғы һатыу ваҡытынан сығып билдәләнә. Үҫенте яҙ ҡаҙып алынғанда, сертификат ваҡыты киләһе йылдың яҙына тиклем күрһәтелә. Ябыҡ тамыр системаһы өсөн сертификаттың ғәмәлдә булыу ваҡыты – бирелгән көнөнән алып бер йыл.
2. Сәскә-декоратив культураларҙың (гладиолус, ләлә, нәркәс, хоста, рауза һ.б.) сәскә-декоратив культураларҙы ултыртыу материалына һынау протоколы, яраҡлылыҡ таныҡлығы булырға тейеш.
3. Орлоҡ һуған һәм һарымһаҡ һатҡан һатыусының ултыртыу материалын һынау протоколы булырға тейеш, уның ваҡыты көҙгө йәки яҙғы һатыу осорона билдәләнә. Этикеткаларында күрһәтелергә тейеш: орлоҡ һатыусы ойошманың (фирманың) исеме, адресы, телефоны, культураның исеме, сорты, ҡаптағы орлоҡтоң ауырлығы йәки һаны (дана).
4. Орлоҡ картуф сәсеү материалының тап килеү сертификаты булырға тейеш. Документтың ғәмәлдә булыу ваҡыты – 30 көн. Этикеткала һәм ҡапта орлоҡ һатыусы ойошманың (фирманың) исеме, адресы, телефоны, культураның исеме, сорты, репродукцияһы, партия номеры, ҡаптағы орлоҡ материалының ауырлығы (грамм йәки килограмм) һәм һаны күрһәтелә.
Бынан тыш, был продукция карантин тикшереү үтергә тейеш, уның һөҙөмтәләре буйынса дәүләт карантин фитосанитар контроль акты бирелә.
Ансар ҒИЛМЕТДИНОВ,
БР буйынса Рәсәй
ауыл хужалығы күҙәтеүе идаралығының үҫемлектәр карантины, иген сифатына контроль һәм орлоҡ
контроле бүлегенең дәүләт инспекторы.