Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
31 Март 2021, 10:00

Апрель айында магнит дауылдары

Астрологтар мәғлүмәте буйынса, апрель айында бишәр көнгә һуҙылған өс магнит дауылы көтөлә.

Тәүге дауыл 2 апрелдән 4-енә тиклем. Фаразлауҙарынса, ул өс электромагнит тулҡынының иң көсөргәнешлеһе. 4 апрелдәге тулҡын иң көслө йоғонто яһағаны булыр, ул хатта был күренешкә тотороҡло кешеләргә лә ҡағыласаҡ.
8 апрелдән 12-һенә тиклем икенсе тулҡын көтөлә. Был көндәрҙә үҙ һаулығыңа иғтибарлы булыу кәрәк: баш ауыртыуы, йөрәк, ҡан баҫымы ауырыуҙарына әҙер торорға кәңәш ителә.
Һуңғы магнит дауылы – 21 апрелдә. Был уртаса көстәге магнит һөжүме. Шуға күрә уны иң һиҙгер булған кешеләр һәм етди хроник ауырыуҙар менән интеккәндәр айырыуса тойор.
Ә 1, 5-7, 13-20, 23-30 апрель көндәре хроник сирле һәм метеоһиҙгер кешеләр өсөн иң уңышлы көндәр.
Асыҡ сығанаҡтарҙан.