Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
24 Март 2021, 10:40

Эпизоотик хәлгә ҡаршы саралар башланды

Яҙғы осорҙа, малдарҙы көтөүлеккә сығарыр алдынан, йыл һайын Мәсетле районы ветеринария хеҙмәткәрҙәре яҙғы эшкәртеү – эпизоотик хәлгә ҡаршы планлы комплекслы саралар уҙғара.

Ул ауыл хужалығы хайуандарының йоғошло ауырыуҙарын асыҡлау, бөтөрөү һәм иҫкәртеү, сир сығанағын зарарһыҙландырыу, таралыу сәбәптәрен асыҡлау, патоген микроорганизмдарға дөйөм һәм үҙенсәлекле тотороҡлоғон арттырыуға йүнәлтелгән. Бының өсөн малдың ҡаны алына, лейкоз һәм бруцеллезға лаборатор тикшереү үтә, түләмә һәм эмкар кеүек йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы вакцина ҡуйыла.
Диагностик тикшереү һәм профилактик вакцина эре малдарҙан тыш, йәштәренә лә мотлаҡ эшләнә. Йәше алты айҙан уҙған малдарҙы – лейкозға, икенән – туберкулезға, дүрт айҙан бруцеллезға тикшерәләр. Түләмә кеүек хәүефле сирҙәргә ҡаршы беренсе вакцина һыйыр малдарына – өс айлыҡта, йылҡыға туғыҙ айлыҡта ҡуйыла.
Ветеринария-профилактика саралары барышында шуныһы мөһим – ауыл халҡында булған барлыҡ малдар эшкәртелергә тейеш. Сифаты, тулылығы һәм эштәрҙең ваҡытында башҡарылыуы – профилактик саралар үткәреүҙең һөҙөмтәләре, малдарҙың паразит һәм инфекцион ауырыуҙарҙан именлек гарантияһы булып тора.
Эшкәртелмәгән малдар ҡалған осраҡта, йоғошло ауырыуҙар барлыҡҡа килеү ихтималлығы арта, бруцеллез, туберкулез, лейкоз һәм башҡа йоғошло ауырыуҙар таралыуы малсылыҡ продукцияһын һатыуҙы ҡыйынлаштыра.
Рәсәй Федерацияһының “Ветеринария тураһында”ғы законының 18-се статьяһына ярашлы, малдарының һаулыҡ торошо һәм уларҙы көтөү, шулай уҡ хәүефһеҙ малсылыҡ продукттарын етештереү өсөн хужалар үҙҙәре яуаплы. Мал эйәләре һәм малсылыҡ продукттарын етештереүселәр ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм продукцияның хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн ветеринария сараларын үтәргә тейеш. Шулай уҡ ветеринария белгестәренең мал ауырыуҙарын профилактикалау һәм дауалау буйынса кәңәштәрен үтәргә бурыслы.
Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 10.6-сы статьяһы нигеҙендә, малдарҙы эшкәртеүгә алып килмәгән хужаларға штраф ҡаралған.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы мал продукцияһы аша йоҡҡан ауырыуҙарҙан аралау өсөн, ветеринария табиптарына малдарҙы эшкәртергә шәхси йортҡа инеү мөмкинселеген булдырырға саҡырабыҙ.