Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
9 Февраль 2021, 12:10

Февралдән рәсәйлеләр тормошонда нимәләр үҙгәрә

Иғтибар

Социаль түләүҙәр арта
Рәсәйҙә 1 февралдән социаль түләүҙәр арта. Пенсия фонды тарафынан бирелеүсе түләүҙәр индексациялана. “1 февралдән федераль льготаларға хоҡуҡтан файҙаланған 14,7 миллион рәсәйленең айлыҡ аҡса түләүҙәре (ЕДВ) 4,9 процентҡа индексациялана.
Шулай уҡ айлыҡ аҡсалата түләүҙәр составына ингән социаль хеҙмәттәр йыйылмаһы ла 4,9 процентҡа индексациялана. Закон буйынса, ул айлыҡ аҡсалата түләүҙәр тәғәйенләнгән һәр кемгә тейеш, кемдер уны аҡсалата, кемдер хеҙмәттәр рәүешендә ала.
Социаль хеҙмәттәр йыйылмаһы хаҡы февралдән 1 211,66 һум тәшкил итәсәк. Уның эсенә дарыуҙар, медицина изделиелары һәм инвалид балалар өсөн дауалау туҡланыу (аҡсалата эквиваленты – айына 933,25 һум), төп сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн шифахана-курортта дауаланыуға путевка (айына 144,37 һум), дауаланыу урынына барыу-ҡайтыу өсөн ҡала яны тимер юл транспортында йәки ҡала-ара транспортында түләүһеҙ йөрөү (айына 134,04 һум) инә.
Бынан тыш, февралдә ерләүгә пособие арттырыла һәм 6 424,98 һум тәшкил итә.
Ауыҙыңды үлсәп ас!
1 февралдән социаль селтәрҙәрҙә һүгенеү һүҙҙәре ҡулланған өсөн штрафтар үҙ көсөнә инде. Яңы ҡанундың шарттары хаҡында һөйләп үтәбеҙ.
Һүгенгән өсөн кешегә штраф һалынмаясаҡ, уның яҙып ҡалдырған комментарийҙары ғына юйыласаҡ. Был социаль селтәрҙәге ҡулланыусыларға теҙгенде бушатырға, насар һүҙҙәрҙе элеккеләй иркен ҡулланырға мөмкин тигәнде аңлатмай. Сөнки бындай контентты сайт йә социаль төркөм хужалары юйырға, кәрәк булһа, ҡулланыусының бында хоҡуғын сикләргә тейеш була.
Һүгенеү һүҙҙәре булған яҙмаларҙы һәм башҡа законға ярашһыҙ мәғлүмәтте юйыу-ҙан баш тартҡан интернет-майҙансыҡтарға һигеҙ миллион һумғаса штраф янай.
Шул уҡ һүгенеү һүҙҙәре ҡулланып оппонентын мыҫҡыл итеп, кәмһетеп яҙғандар өсөн ил закондары кодексында “Кәм-һетеү” статьяһы бар. Уның сиктәрендә закон боҙғандарға 100 минималь хеҙмәт хаҡына тиклем күләмдәге штраф йәки ярты йылға һуҙылған холоҡ төҙәтеү эштәре янай.
Йәмәғәт урындарында һүгенгәндәр 15 тәүлеккә иректән мәхрүм ителә, йәки 15 минималь хеҙмәт хаҡы күләмендәге штраф түләй.
Магазиндар бер төрлө чектар бирәсәк
Шәхси эшҡыуарҙар касса ҡуйырға, башлыса улар хәҙер онлайн-кассалар, һәм тауарҙар исемлеген бер тәртипкә килтерергә бурыслы. Хәҙер магазинда чектарҙы бер төрлө өлгөлә бирергә тейештәр. Әлегә тиклем махсус һалым режимы ҡулланған эшҡыуарҙарҙың кисектереү мөмкинлеге бар ине, әммә 2021 йылдың 1 февраленән чектарҙа тауарҙың (эштең йәки хеҙмәттең) исеме, һаны һәм хаҡы тураһында мәғлүмәт булырға, шулай уҡ һатып алған көн һәм ваҡыт күрһәтелергә тейеш. Был талаптарҙы үтәмәгән физик шәхестәргә өс мең һум күләмендә штарф һалынасаҡ, юридик берәмектәргә – ун мең һум.
Һатып алынған тауар тураһында тулы мәғлүмәт бирмәгән магазиндарға өс мең һум штраф һалынасаҡ.
“Платон” 14 тингә ҡиммәтләнә
Ҙур йөк машиналарының түләү системаһы тарифы 1 февралдән бер километр өсөн 2,2 һумдан 2,34 һумғаса арта. Был яңылыҡ “Платон” системаһында теркәлгән 12 тоннанан ашыу ауырлыҡтағы йөк ташыған 1,42 миллиондан ашыу йөк автомобиленә ҡағыла. Был автомобилдәрҙең дүрттән бер өлөшө – сит ил компанияларыныҡы.
Автотюнинг ҡағиҙәләре үҙгәрә
1 февралдән автомобилдәр тюнингы ҡағиҙәләре үҙгәрә. Реестрҙа алдан техник экспертиза үтеү тураһында һығымта булмаһа, шулай уҡ автомобилдең теркәү билдәләре эҙләүҙә булһа, водителдәргә уға рөхсәт бирелмәй.
Февралдә рәсәйлеләрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан өҫтәмә ял көнө көтә.
Был февраль айындағы үҙгәреш закон булып тормай, ә бары быйыл февралдә ял итеүебеҙгә ҡағыла.
Биш көнлөк эш аҙнаһында 23 февралдәге байрам эш аҙнаһын өс көнгәсә – 24 февралдән 26-һына тиклем – ҡыҫҡарта. 21-23 февралдә ял итәбеҙ. 22 февралдәге эш көнөн шәмбе, 20 февралгә, күсерелә.
Асыҡ сығанаҡтарҙан.