Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
5 Февраль 2021, 18:30

Күҙ тейеүҙән нисек һаҡланырға?

“Күҙ ҡарашы бигерәк ҡаты”, “Һоҡланһам, күҙем тейә лә ҡуя” тигәнде йыш ишеткәнегеҙ барҙыр.

Бынан бик күп йылдар элек оло йәштәге инәй һөйләгәйне был ваҡиғаны. Быларға егеүле бейәһенә яңыраҡ тыуған ҡолонон эйәртеп туғаны йомош менән килә. Атты тышҡы баҡсаның рәшәткәһенә бәйләй. Ҡолоно эргәһендә уйнаҡлап йөрөй. Ауылда “күҙ ҡарашы ҡаты” тигән даны сыҡҡан бер ир туҡтап, “бейәң ҡолонлаған икән”, тип хәл белешә лә үҙ юлы менән артабан китә. Ат хужаһы йомошон йомошлап сығыуға, әле генә уйнаҡлап йөрөгән ҡолон шул урында ятып йән биргән була... “Күҙ тейеп үлде” тип һөйләгәйнеләр меҫкен хайуанҡай тураһында.
“Күҙ тейеү – аҡыл менән аңлатып булмай торған бер күренеш. Күҙҙән тиҫкәре энергия инеп, психологик һәм физик сәләмәтлеккә зыян килә. Ҡөрьәндә күҙ тейеү тураһында мәғлүмәт тә, унан дауалай торған аяттар ҙа бар”, – ти дин белгесе, имам-хатиб Рәмил хәҙрәт Юныс.
Ҡайһы бер кешенең үҙенең балаһына, башҡарған эшенә, хатта үҙ-үҙенә лә күҙе тейеүе бар. Шуға күрә динебеҙ беҙҙе һоҡландырған һәр нәмәгә “собханалла, машалла” тип ҡарарға ҡуша.
Шулай уҡ дин белгестәре сабыйҙарҙың, балаларҙың, йәш ғаиләнең фотоларын социаль селтәргә ҡуйыу менән һаҡ ҡыланырға тәҡдим итә.
Бөгөн кибеттәрҙә күҙ тейеүҙән һаҡланыу өсөн һәр төрлө булавкалар, муйынсаҡтар, мәрйендәр ҙә күп һатыла. Дин белгестәренең ҡайһы берҙәре былар – хөрәфәт, фәҡәт Аллаһ Тәғәлә һаҡлай, тигән ҡарашта. Был әйберҙәргә ышанырғамы-юҡмы – һәр кем үҙе белә.
Халҡыбыҙ һәр төрлө биҙәүестәр, мәҫәлән, көмөш йөҙөктәр, беләҙектәр, селтәрҙәге тәңкәләр кешенең ҡарашын үҙенә йәлеп итеп, күҙ тейеүҙән һаҡлай тип ышанған.
Фото: Яндекс.Дзен
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова