“Креатив индустрия әле ҙур һорау менән файҙаланыла. Был баҙар, сәнәғәт менән сағыштырғанда, тиҙерәк үҫешә. Тимәк, әле – етештереүҙең үҫешә һәм киңәйә торған осоро. Әммә бәләкәй эшҡыуарлыҡ етештереү генә түгел, ә сауҙа итеү ҙә. Әгәр тәүгеһе менән оҫталарҙың хәле яҡшыраҡ булһа, икенсеһе иһә айырым иғтибар талап итә. Әммә һатырға ла өйрәнергә кәрәк. Кемдер ауырлыҡтар менән осраша икән, уларға маркетплейстар ярҙамға киләсәк.Хәҙер Халыҡ художестволы промыслалар үҙәге оҫталарҙан “Оҫталар йәрминкәһе” продукцияһын урынлаштырыу өсөн ғаризалар ҡабул итә. Был – Рәсәйҙәге ҙур платформа. Етештереүселәргә ярҙам итеү маҡсатында бушлай урынлаштырасаҡбыҙ. Күптәр өсөн ул үҙ әйберҙәрен һатыу өсөн даими каналға әйләнәсәк тип өмөт итәбеҙ”, – тип яҙған Римма Бойцова.
Әлбиттә, был оҫталар өсөн бик кәрәк һәм ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.