Роспотребнадзор ҡышын төрлө диеталар арҡаһында туҡланыуҙы сикләмәҫкә кәңәш итә. “Ундай сикләүҙәрҙең организм-ға кире тәьҫир итеүе бар. Үҙегеҙҙе яҡшы тойоу өсөн организмды аҡһым, майҙар, углеводтар, витаминдар, минералдар, күҙәнәкле матдәләр менән тәьмин иткән төрләндереп туҡланыуға өҫтөнлөк бирегеҙ. Рационығыҙҙа һөт, ит, балыҡ, ярмалар, емеш-еләк, йәшелсә, сәтләүектәр бар икән, быға өлгәшеүе ҡатмарлы булмаҫ. Ҡыш көнө аҙлап-аҙлап, әммә йыш туҡланырға тырышығыҙ. Көн һайын берәр алма, груша, цитрус емештәре ашағыҙ. Туңдырылған йәки консерваланған йәшелсәләрҙе гарнир итеп әҙерләгеҙ. Аҡһым сығанаҡтары тураһында онотмағыҙ һәм фастфудтарҙан баш тартығыҙ”, – тип кәңәш итәләр ведомствонан.
Ҡыш көнө иммунитет ныҡ ҡына ҡаҡшай башлай. Ә был инде үҙ сиратында төрлө сир-ҙәргә килтереүе ихтимал. Нисек итеп иммунитетты күтәрергә һуң?! Бының өсөн: 300 г күрәгә, 300 г йөҙөм, 300 г ҡара емеш, 300 г әстерхан сәтләүеге, 300 г бал һәм 1 лимон кәрәк. Бөтә емештәрҙе лимон менән бергә ит үткәргестән тартып, бал менән ныҡлап бутап, һыуытҡыста тоторға. Ай дауамында ашар алдынан 1 балғалаҡ ҡабып ҡуй-һағыҙ, сәләмәт булырһығыҙ.
Ҡанда гемоглобин кимәлен күтәреү иммунитетҡа ыңғай тәьҫир итә.
Тағы ла туҡланыу рационында йәшелсә-емеш күп булырға тейеш. Улар витаминдар-ға һәм антиоксиданттарға бай. Кишер, кәбеҫтә, сөгөлдөр, ҡабаҡ һәм йәшел һуған, укроп, сельдерей иммунитетты нығытыу өсөн айырыуса файҙалы.
Шифалы эсемлек әҙерләү өсөн уртаса ҙурлыҡтағы ике кишер, бер сөгөлдөр, бер-ике ҡалаҡ бал, ике ҡалаҡ йөҙөм һәм күрәгә кәрәк. Кишер менән сөгөлдөрҙө таҙартып, кишерҙе түңәрәкләп, сөгөлдөрҙө шаҡмаҡлап турарға һәм кәстрүлгә һалып, өҫтөн әҙерәк кенә ҡап-ларлыҡ итеп һыу ҡойорға. Тал-ғын утта әҙер булғансы ҡайнатырға (40 – 50 минут). Әҙер булғас, һыуын һөҙөп, таҙа кәс-трүлгә ҡойоп, йөҙөм менән күрәгә өҫтәргә һәм утҡа ҡуйыр- ға. Ҡайнап сыҡҡас, 5 минут тирәһе бешерергә. Йәнә һөҙөргә һәм бал ҡушып, бер сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Был эсемлекте ололар һалҡын килеш эсә ала, ә балаларға йылытып бирергә кәрәк. Бер ай дауамында көнөнә бер стаканды өскә бүлеп өс тапҡыр эсергә.
Иммунитетты нығытыу өсөн табиптар дарыу үләндәрен дә файҙаланырға кәңәш итә. Һеҙҙең иғтибарға – бер нисә рецепт.
Киптерелгән ғәҙәти һары мәтрүшкәне, гөлйемеште, йүкә сәскәһен, ҡарағат, алмағас япрағын, аҡ сәскәне онтап, сәй менән бергә бешереп эсергә.
Ер еләге япрағын емеш бирә башлағансы йыйырға кәрәк. Сәйгә ҡушып йыш эскәндә, организмдан дарыу еңә алмаған ауырыуҙы сығарырға һәләтле.
Гөлйемештә С витамины күп, шуға күрә сирләгәндә уны йышыраҡ һәм күберәк ҡулланырға кәрәк. Ике аш ҡалағы киптерелгән емеште ярты литр һыуҙа 15 минут ҡайнатып алығыҙ. Төнгөлөккә төнәтеп, сәй урынына эсеү файҙалы.
Асыҡ сығанаҡтарҙан.