“Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы Федераль законға ярашлы, сауҙа нөктәләре хужалары тауарҙы ҡабул итергә һәм сифатлы тауарға алмаштырырға бурыслы. Әгәр ҙә һатып алынған тауар формаһы, үлсәме, фасоны, төҫө йәиһә комплекты буйынса теләгән талаптарға тура килмәй икән, уны кире ҡайтарыу хоҡуғы бар. Ҡулланыусы һатып алған тауарҙы 14 көн эсендә кире ҡайтара ала. Закон тарафынан изделиены кире ҡайтарыуға сикләүҙәр бар, атап әйткәндә:
завод штампы һәм башҡа тышҡы билдәләре үҙгәрешһеҙ, тауар тәртиптә булһа;
тап ошо магазинда һатып алынғанын раҫлаусы чек булһа (ҡайһы бер осраҡта унан башҡа ла – был турала тулыраҡ түбәндәге яҙмала уҡығыҙ);
закон тарафынан кире ҡайтарыу мөмкинлеге булмаған тауарҙар исемлегенә инмәһә (бындай әйберҙәр исемлеге менән түбәндә танышырһығыҙ)...