Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
15 Ғинуар 2021, 12:10

2021 йылдың ғинуарынан рәсәйлеләр тормошонда нимәләр үҙгәрҙе

Иғтибар

Түләүҙәр
Ил буйынса хеҙмәткә минималь түләү күләме 12792 һум тәшкил итте, ә йәшәү минимумы 11653 һумға тиклем артты. Төбәктәрҙә йәшәү минимумы күрһәткестәре субъекттарҙың үҙенсәлектәренән сығып айырыла.
Эшләмәгән пенсионерҙарҙың страховка пенсиялары 6,3 процентҡа индексацияланды – 17443 һумға тиклем. Социаль пенсиялар – 2,6 процентҡа.
Беренсе балаға әсәлек капиталы 483881,83 һум тәшкил итә, икенсегә – 155550 һум. Беренсе балаға әсәлек капиталы алынмаған осраҡта икенсе балаға 639432 һум тәшкил итәсәк.
3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға түләүҙәр ике тапҡырға артып, йәшәү минимумына еткерелә һәм 10 мең һум тәшкил итә.
Юғары килемгә һалым
Башҡортостанда байҙар өсөн һалым индерелде. Әгәр ҙә һеҙ 5 млн һумдан артыҡ килем алаһығыҙ икән, хәҙер дәүләт ҡаҙнаһына 13 процент урынына 15 процентын ҡайтарырға тейешһегеҙ. Бер тапҡыр алынған килемгә, әйтәйек, фатир һатҡандан алынған аҡсаға был ҡағылмай.
Ситтән тороп эшләү – законлы
Яңы нормала билдәләнеүенсә, эш биреүсе үҙ хеҙмәткәрҙәрен ике яҡлы килешеү буйынса ғына ситтән тороп эшләүгә күсерә ала. Хеҙмәткәрҙең өйөндә компьютер һәм башҡа оргтехника юҡ икән, эш биреүсе былар менән тәьмин итергә тейеш. Отпускылар һәм командировкалар үҙ көсөндә ҡала.
Ситтән тороп эшләү хеҙмәт хаҡын кәметеү өсөн нигеҙ булып тора алмай, әммә эш күләме шул уҡ булып ҡалғанда ғына.
Электрон хеҙмәт кенәгәләренә тулыһынса күсеү
Был тәү тапҡыр эшкә урынлашыу-сыларға ҡағыла – уларға ҡағыҙ хеҙмәт кенәгәһе тултырылмаясаҡ. Ә әлегә тиклем эшләп йөрөгәндәр электрон кенәгә астырыу мөмкинлеге ала.
Ауыл ипотекаһы шарттары үҙгәрҙе
Хәҙер льготалы ауыл ипотекаһын милектә булған ерҙән тыш, ҡуртымға алынған ер участкаһында өй төҙөргә теләгәндәр ҙә алыу мөмкинлегенә эйә. Шарт буйынса, ауыл халҡына ер һатып алыуға йәки өй төҙөүгә 0,1 проценттан алып 3 процентҡа тиклем ставка менән кредит бирелә. Ауыл ере тип 30 меңдән кәмерәк кеше йәшәгән урын иҫәпләнә.
Йәнә айнытҡыстар асыла
Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа төбәктәргә һәм муниципалитеттарға эскән һәм үҙ аллы хәрәкәт итә алмаған, ориентирын юғалтҡан кешеләргә ярҙам күрһәтеү өсөн махсуслашҡан ойошмалар асыу хоҡуғын биргән закон ҡабул итте. Уға ярашлы, 1 ғинуар-ҙан республиканың ҡалалары һәм райондары түләүле айнытҡыстар аса ала. Яңы закон буйынса, айнытҡыстарҙы дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә асырға мөмкин, был иһә төбәктәргә күрһәткән хеҙмәт өсөн түләү алыу мөмкинлеген тыуҙыра. Бер төн йоҡлап сығыу, медицина хеҙмәте яҡынса ике мең һумға төшәсәк, тип күҙаллана. Полиция тураһындағы законға ла үҙгәреш индерелгән, хәҙер тәртип һаҡлау органдары эскән кешеләрҙе айнытҡыстарға яба ала. Быға тиклем уларҙың бындай вәкәләттәре юҡ ине.
Алкоголгә хаҡтар артты
0,5 литр күләмендәге араҡы хәҙер элекке кеүек 230 һум түгел, ә кәмендә 243 һум торасаҡ, коньяк – 433 һум урынына 446 һум, шампан шарабы – 164 һум урынына 169 һум (0,75 л).
Кәйеф күтәреүсе газ тыйыла
Уны етештереү, һатып алыу, һатыу һәм хатта ҡулланыуҙы пропагандалау тыйыла. Пропаганда һәм реклама өсөн штраф ҡаралған.
Йондоҙһоҙ ҡунаҡханалар эше
Әгәр ҡунаҡхананың категория тураһында таныҡлығы (йондоҙҙары) юҡ икән, ул эшләй алмаясаҡ. Талапты боҙған осраҡта – штраф. Йыл дауамында был ҡағиҙә 15 һәм унан кәмерәк номеры булған ҡунаҡханаларға ҡағылмаясаҡ. Әммә 2022 йылдың 1 ғинуарынан ул бар категорияларға ла ҡарала.
Ҡомарлы уйындар ойоштороусыларға талаптар ҡатылана
Устав капиталы булараҡ индерелгән сараларҙың сығанағын раҫлау ҡағиҙәләрен билдәләүсе яңы лицензия талаптары барлыҡҡа килде.
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тыйылған һөнәрҙәр исемлеге ҡыҫҡартылды
Хәҙер улар 400 урынына 100 ҡалды. Ҡатын-ҡыҙ хеҙмәте ҡулланыу тыйыл-ған хәүефле һәм зарарлы шарттар бул-ған производство, эш һәм вазифалар-ҙың яңы исемлеге яңы йылдан үҙ көсөнә инде. Хәҙер ҡатын-ҡыҙҙарға поезд машинисы, фура водителе, матрос булыу рөхсәт ителә. Ә инде элеккесә химия производствоһына, нефть һәм газ сығарыуға, шахталарҙа эшләүгә гүзәл затҡа рөхсәт бирелмәй.
Парковкала “Инвалид” билдәһе
Сәләмәтлек торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәргә автомобилдәрен бушлай парковкаға ҡуйыу өсөн автомобиль быялаһында билдә ҡуйыу ғына етмәй. Бының өсөн дәүләт хеҙмәттәрендә теркәлергә, унда автомобилде теркәп, парковкаға электрон рөхсәт алырға кәрәк.
Пляж ҡағиҙәләре
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ил территорияһында пляждар менән файҙаланыу буйынса берҙәм ҡағиҙәләрҙе раҫланы. Уға ярашлы, пляжға хайуандарҙы килтереү, территорияны бысратыу һәм сүпләү, бүрәнә һәм таҡталарҙа йөҙөү, батыу тураһында алдап ҡысҡырыу, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу, ҡулайлаштырылмаған ҡоролмаларҙан һыуға һикереү рөхсәт ителмәй.
ОМС реформаһы
Страховка компаниялары хоҡуҡтары ҡыҫҡартыла. Хәҙер, мәҫәлән, федераль клиникалар күрһәткән медицина хеҙмәттәре сифатын страховкалаусы компаниялар түгел, ә ФОМС үҙе контролдә тотасаҡ. Башҡортостанда был яңылыҡ Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгенә ҡағыла.
Бынан тыш, страховка компанияларына эште алып барыуға бүленгән саралар нормативы ҡыҫҡара.
Яңы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре
Хәҙер шәхси йорт территорияһында сүп яндырыу, усаҡ яғыу тыйыла. Янып торған шәмдәрҙе һәм кәрәсин лампаларын ҡарауһыҙ ҡалдырыу рөхсәт ителмәй. Төрлө йорттарҙа заводта эшләнмәгән тимер мейестәр ҡуйырға ярамай. Мәктәптәрҙә, колледждарҙа, юғары уҡыу йорттарында, поликлиникаларҙа, дауаханаларҙа, транспортта тартырға ярамай. Подвалдарҙа мебель келәттәре, балалар үҙәктәре урынлаштырырға, етештереү цехтары һәм оҫтаханалар асырға рөхсәт ителмәй. Халыҡ күпләп йыйылған барлыҡ урындар тын юлдарын һаҡлау саралары менән тәьмин ителергә тейеш.
Асыҡ сығанаҡтарҙан.