Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
12 Ғинуар 2021, 12:00

2021 йылға йондоҙнамә

Көнсығыш календары буйынса Аҡ Тимер Ҡомаҡҡа алмашҡа шундай уҡ Аҡ Тимер Үгеҙ килә.

Бик хикмәтле 2020 кәбисә йылы үткәндәрҙә ҡалды. Алда – 2021 йыл. Ул ниндәй булыр, беҙгә нимәләр вәғәҙә итә?
Үгеҙ – көнсығыш йондоҙнамәһендә икенсе торған тамға. Легенда буйынса, 12 йыллыҡ йондоҙнамә циклын асҡан хәйләкәр Ҡомаҡ ултырғанлыҡтан, Будда байрамына ул беренсе булып килә алмай. Аҡыллы Үгеҙ, һөмһөҙ йәнлек менән бәхәсләшеп тормай, уға беренселекте биргән.
Аҡ төҫ уйҙарҙың сафлығын, намыҫ һәм ғәҙеллекте аңлата. Ә тимер ныҡлы һәм ышаныслы булыуҙы белдерә. Астрологтар Үгеҙ йылы тыныс һәм тотороҡло булыр, тип вәғәҙә итә. Был йылда шәхси мөнәсәбәттәр – мөхәббәт, ғаилә, дуҫтар күп көс талап итәсәк. Үгеҙ үҙенең ҡеүәте менән тирә-яҡтағыларҙы ҡур-ҡыуға һалырға тейеш түгел. Киреһенсә, хәҙер ул — яҡындарын ысын мәғәнәһендә һаҡлаусы. Эштәге йәки коллективтағы үҙгәрештәрҙең хәүеф той- ғолары уятыуы ихтимал. Шуны ла онотмағыҙ: киләһе йылда ең һыҙғанып, тырышып эшләргә тура килер. Үҙегеҙ менән шөғөлләнергә ваҡыт. Уй-фекер- ҙәрегеҙҙе тәртипкә килтерегеҙ. Үгеҙ – ғаиләне ҡурсалаусы, шуға күрә ғаилә татыулығы алып килер. Яңы йылды өйҙә, яҡын һәм ҡәҙерле кешеләрең менән ҡаршылау яҡшыраҡ булыр.
Йылдың стихияһы – тимер. Үгеҙ кешеләргә үҙ һүҙендә тора белеү, тимер ихтыяры һәм маҡсатҡа ирешеүсәнлеге менән йомарт бүлешә.
Йыл төҫө – аҡ. Намыҫ, сыҙамлыҡ, ышаныс, тотороҡлоҡ һәм аҡылды символлаштыра.
Ҡуҙы
Яңы мөмкинлектәр, өмөтлө пландар барлыҡҡа киләсәк. Тик ғәмәлдәрегеҙгә генә түгел, хатта уйҙарығыҙға ла мәкерлек кертә күрмәгеҙ. Юҡһа, бөтөн уңыштарығыҙ селпәрәмә килергә мөмкин. Аҡсаға килгәндә, йыл әйләнәһе уға ҡытлыҡ кисермәйәсәкһегеҙ. Тик сит ил аҡсаһы менән бик һаҡ булыу кәрәк! Юғиһә мутлашыусылар ҡорбанына әйләнеү ҡурҡынысы бар. Һөйөклөгеҙ менән мөнәсәбәттәр – һүҙ тейҙергеһеҙ! Шикләнеүҙәр менән генә араға һыуыҡлыҡ йүгермәһә...
Сәләмәтлек мәсьәләһендә лә борсолорға урын юҡ. Шулай ҙа юҡҡа-барға үҙегеҙҙе бөтөрмәҫкә өйрәнеү кәрәк буласаҡ.
Буға
Сабырлыҡты йыйып, бик ҡаты эшләргә әҙер тороғоҙ. Ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар аша уҙырға ла тура килер моғайын. Әммә күңелегеҙҙе төшөрәһе түгел, барыһы ла бик яҡшы килеп сығасаҡ! Һөҙөмтәһе финанс муллығы менән ҡыуандырасаҡ. Ләкин эс бошҡандан ғына аҡса туҙҙырмау иң яҡшыһы. Сөнки йәй көнө кәрәк әйберҙәргә байтаҡ ҡына аҡса талап ителәсәк. Мәхәббәт өлкәһендә күңелгә һары май булып ятырҙай тынлыҡ урынлашасаҡ. Шундай ваҡытта күңелегеҙ нимә теләүен төшөнәсәкһегеҙ. Балаларығыҙ үҙҙәренең уңыштары менән әленән-әле һөйөндөрөп торасаҡ. Сәләмәтлегегеҙ тәртиптә булыр.
Игеҙәктәр
Яратҡан эшегеҙ ялҡыта башламаҡсы. Шуға күрә эш урынын алмаштырыу теләге тыуыр. Әммә ашыҡмағыҙ әле! Сабыр төбө – һары алтын, тигән мәҡәлде иҫтә тотоп, аҡрын ғына эшләгеҙ ҙә эшләгеҙ. Шулай итеп, юғарыраҡ баҫҡысҡа ла менеп китәрһегеҙ. Аҡса мәсьәләһендә – тәртип. Хеҙмәт хаҡығыҙ артасак, премиялар йыш булыр. Ләкин шикле эштәрҙән һаҡ булығыҙ: һаҡлыҡ аҡсағыҙҙы елгә осороу ҡурҡынысы бар. Туғандар араһында үпкә-рәнйештәр онотолоп, асыҡтан-асыҡ эскерһеҙ һөйләшеү көтөлә. Шунан һуң бик еңел булып китәсәк. Сәләмәтлеккә килгәндә, еңелсә сирҙең хроник ауырыуға әйләнеп китеүе бар. Шуға күрә организмда аҙ ғына үҙгәрештәр һиҙһәгеҙ, табибҡа күренеү яҡшы булыр.
Ҡыҫала
Йыл башында бик ныҡ арығанлыҡ хисе баҫырға мөмкин. Әммә бирешмәҫкә! Һеҙҙе бер кем дә ниәтләгәнегеҙҙән кире ҡайтара, юлығыҙға ҡаршы төшә алмаҫҡа тейеш. Алға ҡуйылған маҡсатығыҙға табан барһағыҙ, зарығып көтөлгән уңышҡа һис шикһеҙ ирешәсәкһегеҙ. Финанс өлкәһе өсөн борсолаһы юҡ. Йортоғоҙҙа йыл дауамында муллыҡ хөкөм һөрәсәк. Шулай ҙа бурысҡа аҡса бирмәү хәйерле: бурысҡа кереүселәр менән тауыш-ғауға сығыу ҡурҡынысы бар. Сәләмәтлек тураһында. Иммунитетты нығытығыҙ. Сит илдәрҙең курорттары, экзотик экскурсиялары урынына үҙебеҙҙең шифаханаларҙы һайлағыҙ. Шулай итһәгеҙ, барыһы ла яҡшы буласак.
Арыҫлан
Үҙгәрештәр осоро етә. Эштән ҡәнәғәтһеҙлек хисе көсәйгәндән-көсәйә барасаҡ. Элекке эш урынында ҡалырғамы, әллә инде яңыһын табырғамы – икеһенең береһен һайлап алырға кәрәк буласаҡ. Хафаланмағыҙ: эске һиҙемләүегеҙ бик дөрөҫ ҡарарға килергә ярҙам итәсәк. Аҡсаны юҡҡа-барға сарыф итмәгәндә, ғаилә бюджетында көйһөҙлөктәр килеп сыҡмаясаҡ. Ҡайһы берәүҙәр бик ныҡ ғашиҡ булыуы ихтимал. Дуҫтарығыҙ һәм туғандарығыҙ һөйөндөрәсәк. Улар бик күп эштәрегеҙҙә ярҙам ҡулы һуҙасаҡ. Сәләмәтлек мәсьәләһендә иң элек дөрөҫ туҡланыуҙы иғтибар үҙәгенә алырға кәрәк буласаҡ. Майлы, татлы, ҡамыр ризыҡтарҙы кәметеү яғын ҡарарға!
Ҡыҙ
Ваҡытлыса ауырлыҡтар арҡаһында эш алыштырыуға ҡәҙәр барып етмәҫкә! Бер аҙ түҙһәгеҙ, барыһы ла элекке хәленә ҡайтасаҡ. Хеҙмәттәштәрегеҙ менән үҙ-ара аралашыуҙа ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар килеп сығыуы мөмкин. Әммә әҙәпле һәм тыйнаҡ булыуығыҙ тауыш сығыуҙан ҡотолоу мөмкинлеге бирәсәк. Йыл башында аҡса менән проблемалар килеп сығырға мөмкин. Уйланылмаған сығымдар күп – шуға шулай. Борсолмағыҙ: йыл урталарында финанс хәлегеҙ бик ныҡ яҡшырасаҡ. Ғаиләлә – тыныслыҡ. Хәләлегеҙ менән уртаҡ тел таба алмау кеүек ваҡ күңелһеҙлектәр үткәндә ҡаласаҡ. Ә яңғыҙҙар үҙҙәренең мөхәббәттәрен табыр. Бәхетегеҙҙе ҡулдан ысҡындырмағыҙ! Яҙмыш һеҙҙе яҡшы кеше менән ҡауыштырыр. Сәләмәтлеккә килгәндә, уның турһында артығын ҡайғыртаһығыҙ, юҡтан ғына ла үҙегеҙҙә төрлө сирҙәр “табып”, йыш ауырыйһығыҙ. Был йылда буласаҡ бер хәл был ғәҙәтегеҙҙе юҡҡа сығарып, үҙегеҙҙе бермә-бер яҡшыраҡ хис итә башлауға килтерәсәк.
Үлсәү
Һеҙҙең өсөн бик уңышлы йыл. Эштәрегеҙ күп буласаҡ һәм улар үҙегеҙгә иҫ киткес ҙур ҡанәғәтлек хистәре алып килер. Яңы таныштарығыҙ аҡсалыраҡ эшкә күсеү йәиһә юғарыраҡ вазифаға күтәрелергә ярҙам итәсәк. Етәксегеҙ һәр бер эшегеҙҙе тейешенсә баһалар. Ҡыҫҡаһы, хеҙмәт хаҡы ла шәп, премияға ла өмөт итеп буласаҡ. Көҙ көнө яҡындарығыҙ үҙегеҙҙе ҡиммәтле бүләк менән ҡыуандырыр. Ғаиләлә – именлек. Һөйөклөгөҙ, балаларығыҙ тураһында ла онотмағыҙ. Иғтибар-ҡайғыртыуығыҙ ваҡ-төйәк, тауыш-ғауға, үпкә-рәнйештәрҙән һаҡлап ҡаласаҡ.
Сәләмәтлек өсөн борсолорға тура килмәйәсәк. Шулай ҙа иммун системаһын нығытыу өсөн һыу менән дуҫ булыу – йышыраҡ мунса инеү, бассейнға йөрөү яҡшы булыр.
Саян
Һеҙҙе бик ҡыҙыҡлы, ваҡиғаларға бай йыл көтә. Көс-ҡеүәтегеҙ ташып торасаҡ, эшлекле, булдыҡлы булыуығыҙ күптәрҙе көнләштерәсәк. Шуның һөҙөмтәһендә юғарыраҡ вазифаға үрләү ихтималлығы ҙур. Аҡсаға килгәндә, етәксегеҙ уңыштарығыҙҙы күрәсәк, әммә хеҙмәт хаҡын арттырырға атлығып тормаясаҡ. Шуға күрә был мәсьәләлә үҙегеҙҙең беренсе булып һүҙ башлауығыҙ зыян итмәҫ. Уның ҡарауы, ситтә аҡса эшләү юлдары сығып ҡына торасаҡ. Йыл урталарында үҙегеҙҙе ярһыу мөхәббәт хисе өтөп алыуы бар. Ғаиләлеләргә нисек тә хистәрен йүгәнләргә тура киләсәк. Сиргә бирешмәҫ өсөн эште ял менән сиратлаштырыу яҡшы булыр. Юғиһә стресҡа бирешеүҙәр булырға мөмкин.
Уҡсы
Эштә баш әйләндергес уңыштарға ирешәсәкһегеҙ! Әммә уяуыраҡ булығыҙ. Янығыҙҙа көнләшеүселәр һәм үҙегеҙҙе дошман күреп йөрөүселәр булырға мөмкин. Улар менән асылып һөйләшә күрмәгеҙ. Серҙәрегеҙҙе бары тик яҡындарығыҙға ғына сисегеҙ. Аҡса тигәндә, һанағанды яратыуын беләһегеҙ. Шуны онотмағыҙ. Был мәсьәләлә әллә ни ҙур ҡыйынлыҡтар булмаһа ла, артығын тотонмау яҡшыраҡ. Кредиттарығыҙ өсөн борсолаһы юҡ: улар хатта ваҡытынан алда түләнеп бөтәсәк. Ғаиләлә үтә лә бәхетле, тыныс, мул осор етәсәк. Һөйөклөгөҙ үҙегеҙҙе ярты һүҙҙән аңлаясаҡ, байрамдарҙа затлы бүләктәр менән ҡыуандырасаҡ. Сәләмәтлек тә, еңелсә һалҡын тейеүҙәрҙе һанамағанда, йыл дауамында әллә ни һынатмаясаҡ.
Ылаҡ
Быға тиклем хәл итеп булмай кеүек тойолған проблемаларҙың осона сығыу өсөн үтә яҡшы мөмкинлектәр асыласаҡ. Хеҙмәттәштәрегеҙҙең дә ярҙамы ҙур буласаҡ. Бары тик уларға өҫтән генә ҡарамаҫҡа... Аҡса янсығы ла йыл дауамында ҡыштырҙап торған ҡағыҙҙарҙан өҙөлмәйәсәк. Шуның һөҙөмтәһендә барлыҡ бурыстарҙан, хатта ҙур ғына кредиттарҙан да ҡотола аласаҡһығыҙ. Ләкин аҡсаны шикле эштәргә йәлеп итеүҙән һаҡ булығыҙ – “яныу” ҡурҡынысы ҙур. Бәхеткә, ғаилә тормошонда бер ниндәй тетрәнеүҙәр көтөлмәй. Киреһенсә, мөнәсәбәттәр тағын да нығып, бер-береңә ҡарата йылы хистәр көсәйәсәк. Сәләмәтлеккә килгәндә, аяҡта йөрөп уҙҙыра торған ваҡ сир- ҙәрҙән ҡала, башҡа бер ни борсомаясаҡ. Профилактика саралары күрелһә, улары ла урап уҙыр.
Һыуғояр
Эштә барлыҡ “баш ауыртыуҙар” үткәндә ҡаласаҡ. Яҡшы хеҙмәт хаҡы алып эшләүсе хеҙмәткәргә әйләнәсәкһегеҙ. Шуға күрә финанс мәсьәләһендә барыһы ла ал да гөл буласаҡ: бик ҡиммәтле әйберҙәр алырға уйлаһағыҙ ҙа, бурысҡа кермәйәсәкһегеҙ. Ғаиләлә лә борсоуға һалырлыҡ хәүеф булмаясаҡ. Ә инде балаларығыҙҙың күңелле мәшәҡәттәре яҡты киләсәккә ҙур өмөттәр уятасаҡ. Бынан тыш, йәй урталарындағы бер ваҡиға матди хәлегеҙҙең яҡшырыуына килтерәсәк. Сәләмәтлек мәсьәләһендә былайыраҡ: организмығыҙҙы тыңларга өйрәнегеҙ, уны артыҡ эшләргә мәжбүр итмәгеҙ. Туҡланыуға иғтибарлы булығыҙ, спорт, физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнергә тырышығыҙ. Юғиһә һыуыҡ тейеү сәбәпле сирҙәр йәбешергә генә торасаҡ.
Балыҡ
Эштәрегеҙҙе бик ентекләп планлаштырып, ашыҡмайса, ипләп кенә башҡарһағыҙ, маҡсаттарығыҙға һис шикһеҙ ирешерһегеҙ. Аҡса тигәнегеҙ кеҫәгеҙгә үҙе үк керәм-керәм тип торасаҡ. Яҙмышығыҙ ҡиммәтле бүләктәр һәм матди сюрприздар менән ҡыуандырасаҡ. Ғаилә мәсьәләһендә былайыраҡ: тормошоғоҙҙоң ҡалған барлыҡ өлкәләрен күләгәлә ҡалдырасаҡ ул. Яҡындарығыҙ һәм балаларығыҙ менән аралашыу ғәйәт ҙур ҡәнәғәтлек хисе бирәсәк. Ваҡытты ғаилә ҡосағында уҙҙырыуҙан да яҡшыһы булмаясаҡ. Йыл урталарында яңғыҙ Балыҡтар үҙҙәренең мөхәббәтен осратасаҡ. Сәләмәтлек тә насар булмаясаҡ. Шулай ҙа әүҙем ял иткәндә, физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнгәндә һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен үтәү зыян итмәҫ.
Асыҡ сығанаҡтарҙан.