Яңы йыл бүләктәре йыйылмаһы ғәҙәттә төрлө кондитер изделиелары һәм балалар уйынсыҡтарынан тора.
Бүләк һайлағанда уның тышҡы торошона иғтибар итергә кәрәк: бүләктең ҡабында, шулай уҡ уның эсендәге йыйылмала етешһеҙлектәр булырға тейеш түгел. Бүләктең ҡабы, шул иҫәптән ҡулланыу ҡабы урынына алынған йомшаҡ уйынсыҡтың, Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы, аҙыҡ-түлек менән бәйләнешкә инеү мөмкинлеге тураһында мәғлүмәт булырға тейеш.
Бүләк составына ингән кондитер изделиелары исемлегенә иғтибар итергә кәрәк: шоколадлы кәнфит, ҡоро печенье, зефир, ҡаҡ булған йыйылмаларға өҫтөнлөк бирегеҙ, тиҙ боҙола торған крем менән кондитер тауарҙары, һөт һәм йогурттан десерт булмаҫҡа тейеш.
Печенье. Ашҡаҙан-эсәк юлдары сире менән интеккән кешеләргә табиптар ҡоро печенье тәҡдим итә, сөнки улар-ҙың калориялылығы татлыныҡына ҡарағанда кәмерәк.
Кәнфит. Иң яҡшыһы шоколадты һайлау. Уның составында ҙур булмаған миҡдарҙа калий, кальций, магний, фосфор һәм тағы ла биофлавоноид, антиоксидант, А, С, Е витаминдары бар. Какао составындағы магний хәтерҙе яҡшырта.
Зефир. Уның сос-тавында хайуан һәм үҫемлек майы бөтөнләй юҡ. Зефир-ҙы әҙерләү өсөн аҡһым, шәкәр, емеш-еләк иҙмәһе һәм тәбиғи ҡуйыртмалар (агар-агар, пектин, желатин) ҡулланыла. Зефир составына ингән аҡһым мускулдар өсөн төҙөлөш материалы булып хеҙмәт итә, ә глюкоза мейе эшмәкәрлеген яҡшырта һәм иммунитетты нығыта.
Ҡаҡ. Составында майҙар булмағанлыҡтан, диетик аҙыҡ булып иҫәпләнә.
Балаларҙың рациональ туҡланыуын ойошторғанда кондитер изделиеларының тәүлек нормаһы 20 грамм тәшкил итә, шәкәр 50 грамдан артмаҫҡа тейеш. Байрам көндәрендә кондитер изделиеларын күпләп ҡулланыуҙың балаларҙың ашҡаҙан-эсәк системаһы функциялары эшмәкәрлеген дә боҙоуын иҫтән сығарырға ярамай.
Ҡулланыусылар өсөн тулы һәм дөрөҫ мәғлүмәт ҡаптың тышында асыҡ яҙылырға, еңел уҡылырға һәм рус телендә булырға тейеш. Ҡулланыусылар өсөн киләһе мәғлүмәт мотлаҡ рәүештә яҙыла: бүләктең исеме, уның составы, иҫәбе, эшләнгән һәм ҡулланыу ваҡыты, һаҡлау шарттары, аҙыҡ-түлек продукцияһын етештереүсенең исеме һәм урыны, махсус кәңәштәрһеҙ ҡулланыу ярамаған йәки ҡулланыусының сәләмәтлегенә зыян килтереүе ихтимал булған осраҡтарҙа ҡулланыу буйынса сикләүҙәр, аҙыҡ-түлек продукцияһының аҙыҡ ҡиммәте күрһәткесе, аҙыҡ-түлек составында ГМО ҡулланылған компоненттар хаҡында мәғлүмәт; дәүләт баҙарындағы продукцияның берҙәм әйләнеш билдәһе – Таможня ағзалары союзы (ЕАС) мәғлүмәте.
Әгәр ҙә бүләктең составында уйынсыҡ бар икән, ҡаптың тышында “Уйынсығы бар” тигән иҫкәртеүсе яҙыу булырға тейеш.
Аҙыҡ-түлек йыйылмаһы араһындағы уйынсыҡтың, уның тураһындағы мәғлүмәт булған яҙыу менән үҙ ҡабы булыу зарур (уйынсыҡтың атамаһы, эшләнгән ил, етештереү урыны һәм исеме, нисә йәштән ҡулланырға ярауы, эшләнеү ваҡыты). Ҡаптың күләме баланың сәләмәтлегенә зыян килтерергә тейеш түгел. Пластмасса уйынсыҡты ҡапһыҙ килеш ҡаптың тышына урынлаштырып беркетеү рөхсәт ителә. Һатып алыусы һатыусынан Яңы йыл бүләге һәм уйынсығы эсендәге бүләктәр йыйылмаһының сифаты һәм хәүефһеҙлеге тураһындағы документтарҙы һорарға хоҡуҡлы.
Балаларға татлы бүләк йыйғанда бар ниғмәттәргә яуаплы ҡарарға кәрәк.
Кондитер изделиелары ассортименты бик ҙур. Составында төрлө ҡатнашмалар, консервант, кондитер һәм кулинар майы, соя, тәмләткестәр аҙ булғанды алырға кәңәш ителә.
Матур ҡаптарға тултырылған маркаһыҙ, ҡулланыусыға рус телендә мәғлүмәте, сифат һәм хәүефһеҙлеген раҫлаусы документы булмаған Яңы йыл бүләге – кондитер изделиелары йыйылмаһын Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә һатыу рөхсәт ителмәй. Төҫһөҙ ҡаптарҙағы тауарҙың хаҡы ҡыҙыҡтырғыс тойолһа ла бындай тауарҙы һатып алыуҙан тыйылып ҡалыу кәрәк, сөнки сифатһыҙ тауар һатып алыу ихтималлығы ҙур.
Татлы Яңы йыл бүләктәре сифатһыҙ икән (маркаһыҙ, ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан, асыҡтан-асыҡ сифатһыҙ тауар билдәләре булған, ҡаптың бөтөнлөгө боҙолғанда), уларҙы кире тапшырырға йәиһә алмаштырырға мөмкин.
Сифатһыҙ, ҡулланыу ваҡыты уҙған Яңы йыл бүләген һатып алған осраҡта, һеҙҙең тауарҙы магазинға кире ҡайтарып, уны сифатлыһына алмаштырыуҙарын һорарға, йәиһә һатып алыу килешеүенән баш тартып, түләнгән сумманы кире ҡайтарыуҙарын талап итергә хаҡығыҙ бар. Тауар чегының, һатып алыу килешеүенең, билдәле бер һатыусынан һатып алыуҙы раҫлаусы бүтән документтың юҡлығы талаптарҙы ҡабул итеүҙән баш тартыу өсөн нигеҙ була алмай.
Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге
өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы Дыуан, Балаҡатай, Ҡыйғы,
Мәсетле, Салауат райондарындағы территориаль бүлеге.