Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
4 Декабрь 2020, 11:10

Башҡортостанда Яңы йыл ғаилә уйындары уҙасаҡ

Ҡышҡы каникул ваҡытында Баш-ҡортостан Республикаһы биләмәһендә уҡыған башланғыс класс уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн Яңы йыл ғаилә уйындары үтә.

Уны “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Фән һәм мәғариф министрлыҡтары менән берлектә ойоштора. Бындай уйындар республикала икенсе йыл уҙа.“Быйыл пандемия тормошобоҙға үҙенең үҙгәрештәрен индерҙе. Әммә был сәләмәт тормош хаҡында онотоу өсөн сәбәп түгел. Инфекцияның таралыу хәүефен кәметеү өсөн барлыҡ уйындарҙы мәктәптәрҙәге спорт залдарында түгел, саф һауала үткәрергә булдыҡ. Өфөгә уйындарҙың йомғаҡлау этабына килгәндәр һаны ла кәмейәсәк. Һәр райондан иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән төрлө йәш категорияһында ике түгел, бер ғаилә киләсәк”, – тип белдерҙе төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.Яңы йыл уйындары каникул ваҡытында 3 – 6 ғинуарҙа үтә. Сарала балалары 1 – 4 кластарҙа уҡыған ғаиләләр ҡатнаша. Улар өсөн тиҙлек, көс һәм таһыллыҡҡа өс конкурс үткәрелә. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ата-әсәһе менән быйма кейеп хоккей уйнаясаҡ, тюбинг һәм санала шыуасаҡ. Муниципаль этапта еңеүселәр ғинуар уртаһында Өфө ҡалаһында республика финалында осраша. Шулай итеп, ҡышҡы каникул көндәрендә балаларҙың ялы күңелле һәм сәләмәтлек өсөн файҙалы үтәсәк.Сараны ойоштороусылар Яңы йыл ғаилә уйындары һөҙөмтәһендә мөмкин тиклем күберәк балалар һәм ата-әсәләрҙең физкультураға йәлеп ителәсәгенә ышана.
Әйткәндәй, былтыр Мәсетле районының күпселек белем биреү учреждениеларында бындай спорт бәйгеһе уҙҙы. Муниципаль этаптың еңеүселәре тип табылған Гүзәл һәм Әнис Ҡазихановтар ғаиләһе (Оло Ыҡтамаҡ ауылы) Өфө ҡалаһы “Динамо” стадионы базаһында уҙған “Яңы йыл ғаилә уйындары-2020” республика фестиваленең финал уйынында ҡатнашты.