Мәсетле тормошо
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
27 Ноябрь 2020, 11:00

Көнөнә бер алма ашаһаң...

Көнөнә бер алма ашаһаң, табип та кәрәкмәй, тип белдерә инглиздәр.

Был файҙалы емеш сәләмәтлек өсөн бик кәрәк. Беренсенән, организмдан радионуклидтарҙы һәм металдарҙың ауыр тоҙҙарын сығарыу өсөн алманың бешерелгән төнәтмәһе файҙалы.
Бының өсөн өс алманы бер литр һыуҙа 15 минут ҡайнатып, тәменә ҡарап шәкәр йәиһә бал өҫтәйҙәр һәм көнөнә өс тапҡыр 200 миллилитр эсәләр. Бынан тыш, ҡандағы холестеринды кәметеү өсөн көнөнә бер алма ашау етә. Уны бешереп ашарға ла мөмкин.
Белгестәр әйтеүенсә, аҙнаһына ике тапҡыр көнө буйы тик алма менән генә туҡланыу организмды таҙартырға һәм шлактарҙан арындырырға ярҙам итә, етмәһә, һимереүгә ҡаршы ла бик яҡшы сара булып тора.
Әммә шуны хәтерҙән сығарырға ярамай: алманың татлы сорттары бауыры ауыртҡан кешеләргә яҡшы, ә әсе сорттары – шәкәр диабеты һәм артыҡ кәүҙә ауырлығы менән интегеүселәр өсөн.
Бешкән алма ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан файҙалы. Ундағы пектиндар организмдан төрлө ағыулы матдәне ҡыуып сығара. Холецистит менән интегеүселәргә иһә алманы бешереп ашарға кәңәш ителә. Бынан тыш, атеросклероздан һәм аҙ ҡанлылыҡтан мөмкин тиклем күберәк алма ашарға кәрәк, тип кәңәш ителә. Әлбиттә, һәр нәмәлә сама белеү, өҫтәүенә табип менән кәңәшләшеү фарыз.

Фото: kulinarika.ru
Автор: Айһылыу Низамова