Ҡануниәткә килгәндә, уны Таможня союзының Техник регламенты көйләй. Унда әйтелеүенсә, ҡышҡы резина Союздың һәр дәүләтендә, шул иҫәптән Рәсәйҙә, кәм тигәндә өс ай – декабрҙән февралгә тиклем ҡулланылырға тейеш. Ҡыш айҙарында махсус ҡышҡы маркировка менән тәгәрмәстәр кейҙерелмәгән автомобилдәрҙә йөрөргә рөхсәт ителмәй.
Закон буйынса өс ай ҡаралһа ла, ҡышҡы резинаға күскәндә аҡылға таянырға кәрәк. Был мәсьәләлә бер аҙ ҡабаланыу артыҡ булмаҫ. Ҡыштың көтмәгәндә башланыуы ихтимал. Әле кистән генә тәбиғәт һил тороп, ер яланғас булһа, иртән буранлап яуған ҡарҙың, боҙға әйләнгән юлдарҙың күп бәлә тыуҙырыуы ихтимал.
Эйе, күп водителдәр ҡышҡы резинаға сығымдарҙы кәметергә тырыша. Улар әле йылы асфальтта тәгәрмәстәр тиҙ туҙа, тип иҫәпләй. Әммә, тайып торған юлда автомобилдең “тыңламауы” финанс сығымдарға ғына түгел, бәләгә лә алып килеүе ихтимал.
Шулай итеп, тәгәрмәсте ҡышҡыһына ҡасан алмаштырыу яҡшыраҡ?
Беренсенән, әгәр автомобилегеҙ менән ауыл эсендә генә йөрөп, кәрәк булғанда эшкә йәйәү барып етә алһағыҙ, тәгәрмәсте алмаштырыу менән ашыҡмаһағыҙ ҙа була. Ғәҙәттә тәүге ҡарҙан һуң көндәр йәнә йылытып ебәрә. Ә бына йыраҡ юлға сығырға торһағыҙ йәки эшегеҙгә бәйле автомобиль бик тә кәрәк булһа, тәгәрмәсте алмаштырыу эшен оҙаҡҡа һуҙмағыҙ.
Икенсенән, ауылығыҙҙа һауа торошо нисек буласағын күҙәтеп барығыҙ. Әгәр уның боҙоласағы тураһында белеп ҡалһағыҙ, шиномонтажға сират булғанын көтөп торорға кәрәкмәй. Башҡаларҙан алдараҡ барыуың хәйерле.
Һәм тағы ла бер ябай ҡағиҙә бар – йылытыу миҙгеленә ҡарап алмаштырыу. Коммуналь өлкә хеҙмәткәрҙәре һалҡындар ныҡлап урынлашҡас өйҙәргә йылы бирә. Унан һуң кинәт йылытып ебәреүе икеле. Шулай булғас, шунда уҡ булмаһа ла, йылылыҡ бирелгәндән һуң бер-ике аҙнанан тәгәрмәсте алмаштырырға була.
Ә инде йылы асфальтта тәгәрмәстең туҙыуына килгәндә, уны ла күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Тәгәрмәстәрҙе, бигерәк тә ҡышҡыларын, үтә һаҡларға ла кәрәкмәй. Уларҙы ҡулланыу ваҡыты – өс-дүрт йыл. Тәгәрмәс һатып алғандан һуң, бөтөнләй файҙаланылмай, протекторҙың тәрәнлеге 100 процентҡа һаҡланһа ла, дүрт йылдан һуң ул ҡыш ҡатыға әйләнә. Ундай тәгәрмәстәр менән йөрөү хәүефле – юлда насар тоталар.
Шулай итеп, көҙ ҡышҡы тәгәрмәскә саҡ ҡына иртәрәк күсеү, ә яҙ һуңыраҡ алмаштырыу яҡшыраҡ.
Асыҡ сығанаҡтарҙан.