Армияға егеттәрҙе саҡырыу йылына ике тапҡыр ойошторола. 1 октябрҙән 31 декабргә тиклем дауам иткәне – көҙгө саҡырылыш. Был ваҡытта йәштәре тулған егеттәр медицина күҙәтеүе һәм һөнәри психологик һайлау үтергә саҡырыу ҡағыҙы ала. Бынан һуң нимә булыры бөтәһе өсөн дә мәғлүм – медицина күҙәтеүе, хеҙмәткә яраҡлы йә яраҡһыҙ булыуы хаҡында ҡарар, хеҙмәт итеү урынына юлланыу. Хәҙер хеҙмәт итеү – бер йыл. Хәйер, ҡайһы бер егеттәр өсөн икенсе вариант булыуы ихтимал – хеҙмәткә алыныу ваҡыты кисектерелә, йә запасҡа теркәлә.
Хәрби бурыс тураһында закондың 22-се статьяһына ярашлы, 27 йәше тулмаған, хәрби иҫәпкә торған һәм запаста булмаған балиғ булған рәсәйлеләр хәрби хеҙмәткә саҡырыла.
Армия сафында хеҙмәт итергә өс категория граждандары саҡырылмай: азат ителгән һәм хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табылған, шулай уҡ хеҙмәткә алыныу ваҡыты кисектерелгәндәр.
Көҙгө саҡырылыш тураһында нимә белергә кәрәк, был хаҡта мәғлүмәт “Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында” федераль законда асыҡ яҙылған.
Конституцияға ярашлы, Тыуған илде яҡлау – Рәсәй Федерацияһы граждандарының төп бурысы. Әммә хеҙмәткә саҡырылыуҙан ситләшеүҙәр һаны кәмемәй. Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә уларҙы эҙләү эштәрен алып бара.
Мәғлүм булыуынса, хәрби хеҙмәттән ҡасыусыларға закон тарафынан яза ҡаралған. Саҡырылыу йәшендәге күп граждандар хәрби бурыс үтәмәүҙең эҙемтәләре хаҡында уйламай. Санкция саралары ярайһы уҡ киң: административ штраф түләү, енәйәт язаһы ҡулланыу, хатта ике йылға иректән мәхрүм итеү ҙә ҡаралған.
Ҡайһы бер осраҡта армия сафында хеҙмәт итеү йәш кешенең артабанғы яҙмышына юл һала. Мәҫәлән, дәүләт органдарында: полицияла, прокуратурала, ЮХХДИ-ла, Федераль именлек хеҙмәтендә һәм Ғәҙәттән тыш хәл буйынса министрлыҡта эшләү өсөн хеҙмәт итеү мотлаҡ кәрәк. Тормош тәжрибәһенән күренеүенсә, һуңғы арала күп ир-егеттәр эш эҙләп алыҫ Себер тарафтарына юллана, ә ҡаты климат яҡшы сәләмәтлек талап итә. Шуға ла эш биреүселәр күберәк армия сафында хеҙмәт иткәндәрҙе ала.
Һуңғы йылдарҙа хеҙмәткә алыныусыларҙы ныҡлап һайлайҙар. Унда тик сәләмәт йәш ир-егеттәр генә алына. Улар медицина күҙәтеүен йәшәү урыны буйынса ентекле үтә, һуңынан саҡырыу пунктында хәрби-табип экспертизаһы уҙа.
Дыуан, Мәсетле һәм Салауат райондары хәрби комиссариаты мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылғы көҙгө саҡырылышта Мәсетле районынан ҡырҡҡа яҡын йәш егет Рәсәйҙең Ҡораллы көстәр сафын тулыландыра.