Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
13 Октябрь 2020, 11:20

Башҡаларҙың хеҙмәтенә хөрмәт менән ҡарайыҡ

Районыбыҙ халҡы эшһеҙ тормай: ҡура тултырып мал ҡарай, ҡош-ҡорт үрсетә.

Һыйыр малын бөгөн олоһо ла, йәше лә аҫрай. Шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу ҡайһы берәүҙәр өсөн берҙән-бер килем сығанағы булып тора. Бер генә һыйыр тотоп, ғаиләңде туйҙырырға, ә артып ҡалғанын һатырға ла мөмкин.
Мәсетле районында мал көтөү электән ойошторолоп килде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн хәлдәр бер аҙ үҙгәрҙе: Дыуан-Мәсетле һәм Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәләренә ҡараған ҡайһы бер ауылдар хал-ҡының малдары, йөҙәр гектар сәсеүлектәрҙе тапап, ауыл хужалығы тауар етештереүселәренә ҙур зыян килтерә.
– Ҡарауһыҙ йөрөгән малдар темаһы йыш күтәрелә башланы, – ти Мәсетле районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов. – Ҡарауһыҙ йөрөгән малдарҙың ауыл хужалығы культураларын тапауы – игенселәр өсөн ҙур проблема. Был мәсьәлә район хакимиәте башлығы ҡарамағындағы кәңәшмәлә лә күтәрелә, халыҡты йыйып аңлатыу эштәре алып барыла. Ауыл биләмәләре территорияларындағы бөтә милек формаларындағы малсылыҡ хужалыҡтарында малдарҙы тамғалау эштәре башҡарыла.
Малдарға тағылған тамға уның һаны буйынса хужаһын асыҡларға мөмкинлек бирә. Был осраҡта вайымһыҙ хужаларға ҡарата штраф санкциялары ҡулланырға мөмкин. Бынан тыш, малдарын тамғаһыҙ сығарған хужалар район территорияһында ғәмәлдә булған Төҙөкләндереү ҡағиҙәләре талаптарын боҙа. Бирка ҡуйыу – мал көтөүҙә тәртип булдырыу сараларының береһе генә.
Ер кодексының 62-се статьяһына ярашлы, сәсеүлектәрҙе тапатҡан, баҫыуҙағы уңышҡа зыян килтергән һәм юҡ иткән, башҡа зыян килтергән осраҡта ер хужалары һәм ҡуртымсылар район судына, полицияға, муниципалитетҡа мөрәжәғәт итеү хоҡуғына эйә. Улар комиссия төҙөргә бурыслы. Комиссия төҙөгән акт судта дәғүә буйынса төп раҫлаусы аргумент булып тора. Актта ер участкаһы, уның хужаһы, хоҡуҡ боҙоусылар һәм зыян күреүселәр яҙыла. Шулай уҡ комиссияның сәсеүлектәрҙе тапаған малдың һаны һәм кемгә ҡарағанын билдәләргә мөмкинлек биргән сығанаҡ, зыян күргән ерҙәрҙе үлсәгән кешеләр тураһында мәғлүмәт күрһәтелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 7.3-сө статьяһы буйынса, хоҡуҡ (ауыл хужалығы малдарын көтөү һәм ҡыуып йөрөтөү ҡағиҙәләрен) боҙған граждандарға – 1000 – 3000 һум, вазифалы кешеләргә – 5000 – 8000 һум, юридик ойошмаларға 15000 – 20000 һум күләмендә административ штраф һалыу ҡаралған.
Хөрмәтле мәсетлеләр! Башҡаларҙың хеҙмәтенә хөрмәт менән ҡарайыҡ. Малдарығыҙҙы тейешле тәртиптә аҫрағыҙ һәм административ хоҡуҡ боҙоуға юл ҡуймағыҙ.
Анфиса ИШМӨХӘМӘТОВА.