Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
9 Октябрь 2020, 12:00

Заявкалар ҡабул ителә

“Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү” муниципаль программаһын ғәмәлгә ашырыу өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы хакимиәте бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына түбәндә һанап үтелгән финанс ярҙам төрҙәрен күрһәтеүгә заявкалар ҡабул итә:

- бизнесты ойоштороуҙың баш-ланғыс стадияһында бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарының планлаштырылған сығымдарының бер өлөшөн финанс тәьмин итеү маҡсатында субсидиялар биреү;
- Рәсәйҙең лизинг ойошмалары менән төҙөлгән лизинг килешеүҙәре буйынса лизинг түләүҙәрен башҡарыу менән бәйле бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары сығымдарының бер өлөшөн ҡайтарыу маҡсатында субсидиялар биреү;
- бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ҡорамал һатып алыуға субсидиялар биреү;
- Рәсәй кредит ойошмаларында инвестиция маҡсатында төҙөлгән кредит килешеүҙәре буйынса процент ставкалары түләү буйынса бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары сығымының бер өлөшөн ҡайтарыу маҡсатында субсидиялар биреү;
- бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының ҡуртым һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә сығымдарының бер өлөшөн ҡайтарыу маҡсатында субсидиялар биреү;
- социаль эшҡыуарлыҡ субъект- тарының планлаштырылған сығымдарының бер өлөшөн финанс тәьмин итеү маҡсатында субсидия биреү;
- ғаилә бизнесы алып барған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъект-тарына сығымдарҙың бер өлөшөн ҡайтарыу маҡсатында субсидия биреү;
- тауар килтереү буйынса сервис-тар хеҙмәттәренә түләүгә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары сығымдарының бер өлөшөн ҡайтарыу маҡсатында субсидия биреү;
- шәхси эшҡыуар булып тормаған һәм “Һөнәри килемгә һалым” махсус һалым режимы ҡулланған халыҡҡа субсидиялар биреү.
Документтар 2020 йылдың 15 октябренән 14 ноябренә тиклем Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 26 адресы буйынса Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районының Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү күп функциялы үҙәгендә ҡабул ителә.
“Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү” муниципаль программаһы, кәрәкле документтар теҙмәһе, ғаризалар, белешмәләр һәм башҡа документтар формаһы менән Мәсетле районы муниципаль районы хакимиәтенең https://mechetly.bashkortostan.ru рәсми сайтындағы “Эшҡыуарлыҡ” бүлегендә танышырға мөмкин.
Финанс ярҙам конкурс нигеҙендә күрһәтелә.
Финанс ярҙам алыуға бәйле һорауҙарығыҙ менән 8-917-459-14-83, 8 (34770) 2-00-65 телефондары буйынса Мәсетле районы бизнес-шерифы Илшат Ғабдулла улы Хәсәновҡа мөрәжәғәт итегеҙ.