Мәсетле тормошо
-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
7 Октябрь 2020, 00:00
Субсидияға хоҡуғыңды үҙаллы тикшерергә мөмкин
Мәғлүм булыуынса, быйыл 1 июлдән торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә сығымды айлыҡ аҡсалата компенсациялау күләмен иҫпләүҙең яңы тәртибенә күстек.
Әгәр яңы тәртип буйынса иҫәпләп сығарылған компенсация күләме әүәлгеһенән аҙыраҡ булһа, граждандар йәшәгән ерендәге Халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалына йәки күп йүнәлешле үҙәктең яҡындағы бүлексәһенә торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса субсидия биреүҙе һорап мөрәжәғәт итә ала. Субсидия ошондай түләүе торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәргә сығымдың рөхсәт ителгән максималь күләмдән юғарыраҡ булғандарға бирелә. Ишле һәм тулы булмаған ғаиләләргә ул 13 процент, яңғыҙ йәшәгән 70 йәше тулған пенсионерҙарға – 16, яңғыҙ йәшәгән 70 йәше тулмаған өлкәндәргә – 18, граждандарҙың башҡа категорияларына 20 процент тәшкил итә. Субсидияға дәүләт һәм муниципаль торлаҡ фондына ҡараған торлаҡтан файҙаланыусылар; шәхси торлаҡ фондына ингән торлаҡты килешеү нигеҙендә ҡуртымға алыусылар; торлаҡ кооперативтары ағзалары; торлаҡ милекселәре хоҡуҡлы. Шул уҡ ваҡытта был аҡсаны алыу өсөн торлаҡҡа түләү буйынса бурыстың булмауы шарт.
Әйткәндәй, граждандар Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенең http://rcspn.mintrudrb.ru рәсми сайтындағы онлайн-калькуляторҙы файҙаланып, субсидияға хоҡуғы булыу-булмауын үҙаллы тикшерә ала.
Фото: ok.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Subsidiya-a-ho-u-i-di--alli-tikshererg-m-mkin-486172/
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?