Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
5 Октябрь 2020, 22:20

Матур булайыҡ!

Бит һәм муйын тирәһе айырыуса иғтибарға һәм тәрбиәгә мохтаж. Һеҙҙең иғтибарға ябай ғына, әммә һөҙөмтәле рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Бит тиреһе матур һаҡланһын өсөн көн һайын, йоҡларҙан бер сәғәт алда, глицерин менән Е витамины ҡатнашмаһын һөртөгөҙ. Ул түбәндәгесә әҙерләнә: 30 миллилитр глицеринға 10 капсула Е витамины алына. Витамин ҡабын энә менән тишеп, шыйыҡсаны глицерин шешәһенә бушатығыҙ һәм яҡшы итеп болғатығыҙ.
Витаминлы шыйыҡсаны һөртөр алдынан бит тирегеҙҙе таҙа итеп йыуып ҡоротоғоҙ һәм массаж хәрәкәттәре менән еңелсә ышҡып ҡыҙартығыҙ. Спонж ҡулланырға ла мөмкин. Ошо хәлдә тире витаминды тиҙерәк ҡабул итә.
Тире бер аҙ йәбешкәк булып торасаҡ. Әммә быға ғына күнергә була. Йоҡлар алдынан битте сафландырыусы тоник йәки ябай йылы һыу, йомшаҡ салфетка ярҙамында һөртөп алығыҙ.
Был витаминлы шыйыҡса ваҡ йыйырсыҡтарҙы, йылдар үтеү менән күҙ янында күбәйеүсән “ҡаҙ тәпәйҙәрен” шымартыуға һәләтле. Ғөмүмән, тирегеҙ сафланып, матурланып ҡалыр.
Тиреһе майлы булған кешеләргә сараны һағыраҡ, һирәгерәк ҡулланырға кәңәш ителә.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова