Быйыл емеш биреп ҡыуандырған ҡыуаҡ һәм ағастарҙы эшкәртеп өлгөрөргә кәрәк. Профилактик сараларҙы дөрөҫ үткәргәндә, уларҙы төрлө ауырыуҙарҙан һәм бөжәктәрҙән һаҡлап алып ҡалырға була. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе Светлана Дәүләтханова ағастарҙы эшкәртеү өсөн мочевина ҡулланырға кәңәш итә.
- Мочевина (карбамид) - баҡсасылар иң йыш ҡулланған ашлама. Ул күпселек үҫемлектәр өсөн файҙалы. Уның менән япраҡтарҙы ғына түгел, ағас олондарын да, ерҙе лә эшкәртергә мөмкин. Ҡыуаҡ һәм ағастарҙы мочевина менән эшкәртеү был осорҙа бөтөнләй зыянһыҙ: япраҡтарҙы яндырып ҡуйырмын тип ҡурҡырға кәрәкмәй. Шуға ла эшкәртеү өсөн шыйыҡсаны ҡуйыраҡ итергә кәңәш итәм.
Әлеге мәлдә уңыш биргән бөтә үҫемлектәр ҙә туҡландырыуға мохтаж. Улар ҡышҡа көс йыя. Карбамид менән ашлау вегетация осорон яйландыра, иртә яҙҙан сәскә атыуҙы туҡтатып тора. Был айырыуса сливалар, иртә сәскә атҡан алмағастар өсөн мөһим. Яҙғы ҡырауҙар осоронда сәскәләренә һыуыҡ теймәйәсәк, - ти Светлана.
Светлана мочевина менән баҡсаны ике тапҡыр эшкәртергә кәңәш итә. Япраҡтар ҡойолғансыға тиклем һәм ҡойолғандан һуң. Шыйыҡсаны ағастар һәм ҡыуаҡтарға ямғыр яуған кеүек итеп һиптереү дөрөҫ. 10 литр һыуға 500 грамм мочевина ҡушып, һәйбәт итеп болғап, кәрәк икән марля аша үткәреп, һиптерергә кәңәш ителә.