Башҡортостан Республикаһының һалым органдары бурыслыларҙың банктарҙа асылған иҫәптәренән бурыстарҙы түләтә, шулай уҡ суд прис-тавтары хеҙмәтенә башҡарыуға суд бойороҡтарын ебәрә.
Һалым буйынса бурысығыҙҙың булыу-булмауын түбәндә һаналған ысулдарҙың үҙегеҙгә уңайлыһы менән тикшерә алаһығыҙ:
- Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең “Личный кабинет для физических лиц” интернет-сервисы аша;
- дәүләт хеҙмәттәре порталында;
- күп функциялы үҙәк офистарында йәки иҫәп буйынса һалым органында.
Бурысты түләү ысулдары:
- Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең “Личный кабинет для физических лиц” һәм “Уплата налогов и пош-лин” электрон сервистары ярҙа- мында;
- түләү терминалдары аша, банктар, Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә.
Иғтибар итегеҙ: һалымды ваҡытында түләмәү пеня, суд сығымдары, суд приставтарының башҡарыу йыйымы, шулай уҡ милекте баһалау һәм һатыу сығымдары кеүек өҫтәмә сығымдарға килтерәсәк.
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең
Башҡортостан Республикаһы буйынса район-ара инспекцияһы.