Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
28 Сентябрь 2020, 18:45

Мәғлүмәти белдереү

Газ үткән торлаҡ йорт һәм фатирҙар, торлаҡ-эксплуатация ойошмалары, торлаҡ милекселәре ширҡәттәре һәм берләшмәләре (ҡуртымға биреүсе, яллаусылар) иғтибарына

РФ Хөкүмәтенең 2013 йылдың 14 майындағы 410-сы ҡарары менән раҫланған “Газ менән тәьмин итеү буйынса коммуналь хеҙмәттәр күрһәткәндә өй һәм фатир эсендәге газ ҡорамалы менән файҙаланғанда һәм уға эйә булғанда хәүефһеҙлекте тәьмин итеү йәһәтенән газ менән тотоноу ҡағиҙәләре”нең 5-се пунктына ярашлы, “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәте торлаҡ биналарҙың һәм күп фатирлы йорттарҙың төтөн һәм елләтеү каналдарын тейешенсә тотоуҙың газ ҡорамалы менән хәүефһеҙ тотоноу-ҙың мотлаҡ шарты булыуы тураһында иҫегеҙгә төшөрә һәм газ менән файҙаланғанда бәхетһеҙ хәлдәргә юл ҡуймаҫ өсөн сараларҙы ваҡытында күрергә кәрәклегенә иғтибарҙы йүнәлтә.
Төтөн һәм елләтеү каналдарында тартыу көсө булмаһа йәки боҙолғанда, торлаҡ йорттарҙа һәм айырым фатирҙарҙа газ менән тәьмин итеүсе эске ҡорамалдар менән файҙаланыу тыйыла.
Күп фатирлы йорттарҙа төтөн һәм елләтеү каналдарын төҙөк тотоуҙы дөйөм милекте тотоу өсөн яуаплы кешеләр тәьмин итә, ә өйҙәрҙә – йорт хужалары. Улар Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 30 декабрендәге 1225-се ҡарары менән раҫланған Биналар һәм ҡоролмаларҙың янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү сараларын монтажлау, техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса эшмәкәрлекте лицензиялау тураһында положение менән ҡаралған тәртиптә бирелгән лицензия нигеҙендә бындай эштәрҙе башҡарыуға рөхсәте булған ойошма менән ҡоролмаларҙы тикшереү, талап ителгәндә уларҙы таҙартыу һәм (йәки) ремонтлау тураһында килешеү төҙөй.
Газ ингән биналар хужалары, торлаҡ-эксплуатация ойошмалары һәм торлаҡ хужалары берләшмәләре, идара итеүсе компаниялар һәм елләтеү, төтөн каналдарының техник төҙөк торошта булыуы өсөн яуаплы торлаҡ фондын хеҙмәтләндереүсе ойошмалар тәьмин итергә тейеш:
- төтөн һәм елләтеү каналдарының, шул иҫәптән тоташтырыусы патрубоктарҙың, мөрйә остарының торошон ваҡытында тикшереүҙе;
- мөрйәләр һәм төтөн торбаларының йылына кәм тигәндә ике тапҡыр, шулай уҡ ремонтҡа һәм сезонға бәйле һүндергәндән һуң газ ҡорамалын ҡабыҙыр алдынан таҙартылыуын, тартыу көсө боҙолоуы асыҡланғанда, күрһәтелгән эштәрҙе башҡарыу һөҙөмтәләрен журналда теркәүҙе;
- төтөн һәм елләтеү каналдарының төҙөк булмауы асыҡланғанда, газда эшләүсе ҡорамалды һүндереү кәрәклеге тураһында газ хужалығының эксплуатация ойошмаһына хәбәр итеүҙе.
Мөрйәләрҙең туңыуына һәм тығылыуына юл ҡуймаҫ өсөн ҡышҡы осорҙа айына кәм тигәндә бер тапҡыр мөр- йәләрҙең һәм елләтеү каналдарының остары тикшерелергә тейеш. Тикшереү һөҙөмтәһендә махсус журналда барлыҡ асыҡланған етешһеҙлектәр һәм уларҙы бөтөрөү маҡсатында башҡарылған эштәр күрһәтелергә тейеш.
Төтөн һәм елләтеү каналдарын тикшереү һәм таҙартыу тураһында акт төҙөлөргә тейеш.
Төтөн һәм елләтеү каналдарын ремонтлау тейешле әҙерлеге булған кеше тарафынан торлаҡ фондын хеҙмәтләндереү буйынса инженер-техник хеҙмәткәр күҙәтеүе аҫтында ғына рөхсәт ителә. Мөрйәләрҙе һәм елләтеү каналдарын үҙ аллы ремонтлау, үҙгәртеп ҡороу һәм өҫтәп ҡуйыу рөхсәт ителмәй.
Өй фасадын ремонтлағанда фасад газ үткәргестәрен, елләтеү һәм төтөн каналдарын көпләргә ярамай.
Мөрйәләрҙе һәм елләтеү каналдарын план буйынса тикшереүгә был эште башҡарыу хоҡуғына лицензияһы булған ойошмалар, махсус уҡыған һәм аттестация үткән персонал ғына сығырға тейеш. Мөрйәләрҙе, елләтеү каналдарын тикшереү, таҙартыу менән шөғөлләнгән махсуслашҡан ойошмалар тураһында мәғлүмәт алыу өсөн “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәте филиалдарына мөрәжәғәт итегеҙ. Адрестары: Мәсәғүт ауылы, Сәнәғәт урамы, 1, тел. 3-15-05, өҫтәмә 90752; Дыуан ауылы, Жуков урамы, 28а, тел. 2-31-34; Үрге Ҡыйғы ауылы, Ибраһимов урамы, 59, тел. 3-04-53; Малаяҙ ауылы, Коммунистик урамы, 73, тел. 2-01-05; Яңы Балаҡатай ауылы, Совет урамы, 1, тел. 2-22-93; Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Сәнәғәт урамы, 5, тел. 2-10-03.
Газ хеҙмәте хеҙмәткәре мөрйәлә һәм елләтеү каналында тартыу көсө булмауын йәки боҙолоуын асыҡлаһа, газ ҡорамалына заглушка ҡуя һәм РФ Хөкүмәтенең 2013 йылдың 14 майында раҫланған Газ менән файҙаланыу ҡағиҙәләренең 77-се пунктына һәм Төбәкте үҫтереү министрлығының 239-сы бойороғоноң 20-се пунктына ярашлы акт төҙөй.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ!
Өйҙәрҙә, фатирҙарҙа эшләп тороусы газ ҡорамалының хәүефһеҙ файҙаланылыуы, уларҙың ҡануниәт талаптарына ярашлы төҙөк тотолоуы өсөн хужалар һәм газ менән файҙаланыусылар яуаплылыҡ тота.
Өй һәм фатир эсендәге газ ҡорамалын файҙаланыу талаптарын боҙоуҙа ғәйепле юридик һәм физик берәмектәр Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте менән билдәләнгән тәртиптә яуаплылыҡҡа тарттырыла.