Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
31 Август 2020, 19:00

Пособиелар өсөн “иммунитетлы” код

Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, ҡайһы бер пособиелар төрөн иҫәптән сығарып булмай.

Был шарт суд ҡарары буйынса бурыс булғанда ла мотлаҡ үтәлергә тейеш. Граждандарҙың хоҡуҡтарын тәьмин итеү өсөн “Башҡарыу эштәре тураһында”ғы Федераль законға төҙәтмә ҡабул ителде. Унда кредит учреждениеһына бурыслы кешеләрҙең иҫәбенә күскән иҫәпкә кодировка ҡаралған.
Ләкин граждандарҙың иҫәбенә аҡса күсергән ойошмаларҙың күрһәтелгән бурысты үтәмәүе арҡаһында, банк бурыстарҙы ҡайтарыу өсөн уларҙы иҫәптән сығара.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығы граждандарға пособие күсергән ойошмаларға Федераль закон талаптарын теүәл үтәргә кәңәш итә. Бындай проблема менән осрашҡан граждандарға үҙ хоҡуҡтарының үтәлешен тәьмин итеү өсөн беҙҙең хеҙмәткә мөрәжәғәт итергә кәңәш итәбеҙ.
Аҡса күсереү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн ғәйепле ойошма һәм учреждениеларға, шулай уҡ уларҙың вазифалы кешеләренә ҡарата Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығы тарафынан административ йоғонто яһау саралары ҡабул ителә.
Белешмә өсөн: “Башҡарыу эштәре тураһында”ғы Федераль законды дөрөҫ һәм тулы кимәлдә тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығы тарафынан онлайн-семинарҙар ойошторола һәм үткәрелә. Башҡарыу эштәрен ойоштороу бүлеге хеҙмәткәрҙәре ойошма етәкселәренә һәм бухгалтерҙарына суд приставтарының бурыслының килеменән түләтеүгә ҡағылышлы ҡарарҙарҙы үтәү; документтарҙа күсерелгән иҫәптең кодын күрһәтеү тураһында аңлатма бирә.
Суд приставтары хеҙмәтенең Мәсетле бүлеге.