Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
19 Август 2020, 11:25

Роспотребнадзорҙың мәктәп формаһы һайлау буйынса тәҡдимдәре

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә һатып алған кейемдә баланың 5-6 сәғәт йөрөйәсәгенә иғтибар иттеләр. Кейем баланың сәләмәтлеген һаҡларға тейеш.

Ул балаға үҙен иркен, яҡшы тойоу өсөн тән температураһын, дымлылыҡты, һауа алмашыныуын һаҡлаған микроклимат тыуҙырырға тейеш. Дөрөҫ һайланмаған кос-тюм йәки уның сифатһыҙ булыуы уңайһыҙлыҡтар тыу- ҙырыуҙан тыш, уҡыусының сәләмәтлегенә зарар килтерә. Мәҫәлән, контактлы йәки атопик дерматит, тын алыу сир-ҙәре башланыуы ихтимал. Кейем тәбиғи материалдарҙан тегелергә, изделиеға ҡарата ҡабул ителгән бөтә талаптарға яуап бирергә тейеш.
Кейемдең маркировкаһын ентекләп ҡарағыҙ, етештереүсе тураһында мәғлүмәт менән танышығыҙ, туҡыма сос-тавын өйрәнегеҙ. Кейем мотлаҡ ярашлылыҡты раҫлаған процедураны үтергә тейеш.
Изделиены нисек тәрбиәләү кәрәклеген күрһәткән символдарға иғтибар итегеҙ, мәҫәлән, “химчистка” билдәһе булһа, был кейемде алмау яҡшыраҡтыр. Химик матдәләр-ҙең сәләмәтлеккә зыян килтереүе мөмкин.
Форма өсөн файҙаланыл-ған туҡыма кәм тигәндә 50 процент йөндән, кизе-мамыҡтан йәки вискозанан торорға тейеш. Балалар өсөн кейем һайлағанда уның сифатын һәм хәүефһеҙлеген раҫлаған документтарҙы һорарға тартынмағыҙ. Ярашлылыҡ сертификаты тип атала ул.
Көҙгө миҙгелдә мәктәп формаһы өсөн кизе-мамыҡ, етен туҡымаһынан тегелгән кейем уңайлы булһа, ҡыш-ҡылыҡҡа йөн һәм кашемир-ҙан тегелгән әйберҙәр яҡшы. Синтетик туҡыманан тегелгән кейем арзанлығы менән өҫтөн, әммә ул тәнгә тын алыр-ға ирек бирмәй, һөҙөмтәлә һауа алмашыуы боҙола, бала тирләй, аҙаҡ өшөй һәм һал-ҡын тейҙерә.
Синтетик туҡыма үҙенә бысраҡ, туҙан һәм төрлө микроорганизмдарҙы тартыусан, шуға күрә аллергия тыу- ҙырыуы ихтимал. Өҫтәүенә ул статистик электр зарядын тупларға һәләтле, ә был баланың нервы системаһына кире тәьҫир итә, арыта, ҡуҙғыта.
Кейемде еҫкәп ҡарағыҙ, ауыр еҫ һиҙелмәйме? Насар еҫ текстиль материалдарҙа зарарлы, хатта хәүефле химик матдәләр булыуы тураһында иҫкәртә.
Балаға яңы кейемдә уңайлы булырға тейеш! Ул артыҡ тар булып, хәрәкәтләнергә, тын алырға ҡамасауламаһын. Форма матур, сифатлы булыу-ҙан тыш, баланың зауығына ярашлы булырға, уға оҡшар- ға тейеш. Ҡыҫҡаһы, балаға кейем һайлау уйын эш түгел.
“Башҡортостан гәзите”.