Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
17 Август 2020, 13:00

Акциялар һатҡанда физик шәхестәрҙең килеменә һалым түләү үҙенсәлектәре

Һалым түләү практикаһында һалым түләүселәрҙең Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 374-се статьяһының 17.2-се пунктын дөрөҫ ҡулланмаған осраҡтар бар. Бирелгән нормаға ярашлы, акцияларҙы һатыуҙан килгән килемдән һалым түләүҙән физик шәхестәр азат ителә.

Акция һатыуҙан алынған килемдән физик шәхестәрҙең килеменә һалым (артабан – НДФЛ) түләү мәсьәләләре буйынса киләһе яҙмаларға иғтибар итегеҙ.
2010 йылдың 28 декабрендәге “Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының икенсе бүлегенә һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закон сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында” 395-се Федераль закон (артабан – 395-се Федераль закон) менән Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 217-се статьяһының 23-сө бүлегенә индерелгән 17.2-се пункт Рәсәй ойошмаларының ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙың ойошторолған баҙарында әйләнештә булмаған акцияларын һатыуҙан килгән килемгә һалым түләүҙән азат итә. Тик бында бер шарттың үтәлеүе мөһим: ундай акцияларҙы (өлөштәрҙе) һатыу көнөнә ул хужаның биш йылдан күберәк өҙлөкһөҙ милкендә йәки башҡа хоҡуғында булырға тейеш (2011 йылдың 1 ғинуарына тиклем алынғандарынан һәм 2018 йылдың 27 ноябренә тиклем һатылғандарынан тыш).
Башҡортостан Республикаһы Юғары судында һалым инспекцияһы һәм һалым түләүсе физик шәхес араһында акция һатыуға бәйле һалым түләү буйынса бәхәсле эш ҡаралған.
Һалым түләүсе әйтеүе буйынса, һалым органдары биш йылдан артыҡ хоҡуғы булған акциянан килгән килемгә законға ярашлы булмаған рәүештә һылым һалған. 2017 йылға декларация төҙөгән саҡта һылым түләүсе 1995 йылда һатып алған акцияларҙы һатыу-ҙан килгән килемде, Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 217-се һәм 284.2-се статьяларына ярашлы һалым һалынмай тип иҫәпләп, күрһәтмәгән.
Әммә 2010 йылдың 28 декабрендәге 395-се Федераль закон- ға ярашлы, суд бөтә һалым түләүселәргә ҡуйылған шарттар буйынса, атап әйткәндә, һалым түләүсе һатҡан ҡиммәтле ҡағыҙ-ҙарҙың 2011 йылдың 1 ғинуарынан һуң һатып алынған булыуы шарт икәнлегенә нигеҙләнеп, уның дәлилдәрен ҡабул итмәне.
Шулай итеп, Рәсәй ойошмаларының ойошҡан ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙары әйләнешендә йөрөмәгән һәм 2011 йылдың 1 ғинуарынан һуң һатып алын- ған акцияларҙы һатҡанда алын-ған килем, Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 217-се статья-һының 17.2-се пункты нигеҙендә, килгән килемгә һалым түләүҙән азат ителә.
Р. ӘХМӘТОВ,
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең
Башҡортостан буйынса 2-се район-ара инспекцияһы
начальнигы урынбаҫары.