Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
12 Август 2020, 13:25

Ағыулы үләндәр

Баҡсала һәм түтәлдәрҙә үҫкән ҡайһы бер декоратив үҫемлектәрҙең ағыулы булыуы ихтимал. Шуның өсөн, баҡса сәскәләренән гөлләмә йыйғанда, һаҡ булырға кәрәк, ауыҙға ҡабып торорға, тәмләргә ярамай.

Ынйы гөлө – май айының иң хуш еҫле үҫемлеге. Ә уны киҫеп һыуға ҡуйһаң, һыуҙы зарарлай, сәскә атҡандан һуң барлыҡҡа килгән емешен ашап ағыуланырға мөмкин. Шулай уҡ, был сәскә гөлләмәһен йоҡо бүлмәһенә ҡуйыу зыянлы, иртән көслө баш ауыртыуына килтерә.
Күп баҡсасылар йорт тирәһен, веранда, беседкаларҙы матурлап таҡыя виноград (девичьий виноград) үҫтерә. Был үҫемлектең япраҡтары йәй көнө сағыу йәшел төҫтә булһа , көҙ көнө ҡыҙара, ҡуйы күк төҫтә емештәре өлгөрә. Ҡәҙимге виноградтан айырмалы рәүештә, был емеш хәүефле – ул ҡоҫтора, ашҡаҙан-эсәк юлын зарарлай.
Тиле шалҡан орлоғон ризыҡ итеп ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Башҡортостанда уның менән ағыуланыу осрағы бул-ған.
Баҡсаларҙа бейек булып үҫкән, йыраҡтан үҙенә иғтибар-ҙы йәлеп иткән кенә утынан (клещевина) эс ауырта, эс китә, ҡан баҫымы түбәнәйә, йөрәк тибеше йышая, кеше быуыла. Был хәл аҙна самаһы дауам итә.
Емешен сәйнәп ағыуланыу ихтимал, составындағы рицин эске ағзаларҙы зарарлай. Шуның өсөн дә был үҫемлекте ултыртыр алдынан уны яҡшылап өйрәнергә, балаларға уның ағыу-лы икәнен аңлатырға кәрәк.
Лютик – балалар гөлләмә яһарға яратҡан бәләкәй генә һары сәскәле үҫемлек. Уның һуты тәнде яндыра, танау, ауыҙ ҡыуышлығына эләккәндә йүткертә, тамаҡты быуа, күҙгә эләккәндә, уны ваҡытлыса һуҡырайта.
Сөйәл үләне – йылына ике тапҡыр сәскә атырға өлгөргән, һары сәскәле ҙур булмаған үҫемлек. Уны халыҡ медицинаһында ауырыу тыуҙырыусы бактерияларҙы юҡ итеү, үт һыуын ҡыуыу, мастопатия, һөйәл булғанда ҡулланалар. Ҡайһы бер әсәләр был үҫемлекте бешереп, уның һыуында балаларын йыуындыра. Ул ағыулы, шуға ла белмәйенсә ҡулланырға ярамай.
Бүтән төр дарыу үләндәре кеүек, сөйәл үләненең актив матдәләр концентрацияһын аныҡ ҡына билдәләп булмай. Йәйге эҫе көндәрҙә уның һуты ҡуйы һары төҫкә инә, актив матдәләре күп. Төнәтмә эшләгәндә күпме миҡдарҙа эләгеүен аныҡ ҡына самалау ҡыйын. Гөлләмәләр эшләү өсөн дә йыйырға тәҡдим итмәйҙәр, һуты тән тиреһен яндыра.
Асыҡ сығанаҡтарҙан.