Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
5 Август 2020, 11:00

Ҡыҙыу линия

Иғтибар

Роспотребнадзорҙың Баш-ҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы, 2020 йылға “Тематик ҡыҙыу линиялар” планына ярашлы һәм граждандарға мәғлүмәт еткереү маҡсатында, 2020 йылдың 29 июленән 12 авгусына тиклем иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем (12.00 – 12.45 – тәнәфес) йәшелсә-емеш сифаты һәм хәүеф-һеҙлеге, уларҙың яраҡлылыҡ ваҡыты мәсьәләләре буйынса “Ҡыҙыу линия” уҙғара.
“Ҡыҙыу линия” телефоны: 8-800-700-90-30.
Шулай уҡ “Государственный информационный ресурс в сфере защиты прав потребителей” сайтында (http://zpp.rospotrebnadzor.ru/) “Государственный информационный ресурс в сфере защиты прав потребителей” (артабан – ГИС ЗПП) виртуаль ҡабул итеү бүлеге үҙ эшен дауам итеүе тураһында белдерәбеҙ. Унда һәр кем ҡулланыусылар хоҡуҡтарына бәйле үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙы бирә ала.
“Виртуальная приемная” ГИС ЗПП 9-сы модуле ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәт һәм ҡулланыусылар ара-һында оператив бәйләнеш булдырыу маҡсаты менән булдырылған, һәм был мөрәжәғәттәргә 2006 йылдың 2 майындағы “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында” 59-сы Федераль закон ҡағылмай.
Шулай уҡ консультацияны Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Рихард Зорге урамы, 58 адресы буйынса 106-сы кабинетта 12.45 – 16.00 сәғәттә, 452530, Башҡортостан Республикаһы, Дыуан районы, Мәсә-ғүт ауылы, Дауахана урамы, 4 адресы буйынса Дыуан, Бала-ҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле, Сала-уат райондарындағы территориаль бүлектә 8-се кабинетта 12.45 – 16.00 сәғәттә алырға мөмкин. Телефон: 8 (34798) 3-18-37. Email: rpnrb04@rpnrb. ufanet.ru.