Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
3 Август 2020, 18:30

Һалым түләүҙән ситләшмәгеҙ

Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге килем алыуға йүнәлтелгән, шуға күрә килешеү төҙөгәндә, эшҡыуар бик иғтибарлы булырға һәм контрагенттың хоҡуҡ һәләтен тикшерергә тейеш.

Хужалыҡ эшмәкәрлеге факт-тары булмаған, шул иҫәптән шикле килешеүҙәр нигеҙендәге документтарҙы бухгалтерлыҡ иҫәбенә ҡабул итергә ярамай.
Ҡайһы бер предприятиелар етәкселәре һалым йөгөн кәметеү һәм һалым түләүҙән ҡотолоу өсөн фирмалар менән һалым һалыу базаһын “кәметергә” мөмкинлек биргән ялған беренсел документтар әҙерләү, төҙөү, уларға ҡултамға ҡуйыу хеҙмәте менән файҙаланалар. Ә ул һалым органы тикшереү менән сыҡҡанда мотлаҡ асыҡлана.
Һалым инспекцияһы юридик ойошмаға тикшереү менән сыҡты. Һөҙөмтәлә һалым органы юридик берәмекте яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында, дөйөм 9 млн һум күләмендә өҫтәп һалым, пеня, штраф түләргә ҡарар сығарҙы.
Һалым органы уҙғарған тикшереү барышында РФ Һалым кодексының 54.1 статьяһының 1-се пунктын боҙоу осрағы асыҡланды. Ул хужалыҡ эшмәкәрлеге факттары тураһында мәғлүмәттәрҙе үҙгәртеп, һалым базаһын һәм түләнергә тейешле сумманы кәметеп күрһәткән. Был иһә һалым хеҙмәтенең тикшереүе барышында асыҡланды. Юридик берәмеккә өҫтәп һалым һалынды һәм санкциялар ҡулланылды. Был түләүҙәрҙе түләмәү уны банкротлыҡҡа килтерҙе.
Суд ҡарары менән бурыслыға ҡарата банкротлыҡ процедураһы индерелде, милке булмауы һөҙөмтәһендә һалым буйынса бурысты ул түләмәгән. Инспекция Банкротлыҡ тураһында закондың 61.11-се статьяһы менән ҡаралған саралар күрҙе, һөҙөмтәлә юридик ойошма директоры 9 млн һум суммаға субсидиар яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Шулай итеп, һалым түләмәү сәбәпле, шул иҫәптән хужалыҡ эшмәкәрлеге факты тураһында мәғлүмәттәрҙе дөрөҫ күрһәтмәгән ялған беренсел документтар файҙаланыу юлы менән юридик ойошма етәксеһе дәүләткә зыян килтергән. Хәҙер ул бюджетҡа килтерелгән 9 млн һум зыянды үҙенең шәхси милке иҫәбенән түләйәсәк.
Үрҙә әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алып, предприятиелар етәкселәрен һалым түләүҙән, шул иҫәптән хужалыҡ эшмәкәрлеге факты тураһында мәғлүмәттәр-ҙе дөрөҫ күрһәтмәгән ялған беренсел документтар файҙаланыу юлы менән һалым түләүҙән ситләшмәҫкә саҡырабыҙ. Һалым түләмәгән өсөн ҡануниәт тарафынан етди яуаплылыҡ ҡаралыуын һәр кем аңларға тейеш.

Р. ӘХМӘТОВ,
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең
Башҡортостан Республикаһы буйынса 2-се район-ара
инспекцияһы начальнигы урынбаҫары.