Айлыҡ аҡсалата компенсация хәҙер яңыса түләнә
Торлаҡ йорт һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса социаль ярҙам – айлыҡ аҡсалата компенсацияның (артабан –ЕДК) яңы формаһы хаҡында БСТ телеканалының “Интервью” программаһында ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Татьяна Глухова һөйләне.
Айлыҡ аҡсалата компенсация күләмен иҫәпләү тәртибе үҙгәрә.
Шулай итеп, 1 июлгә тиклем торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ стандарт хаҡтан сығып билдәләнә ине. Хәҙер инде иҫәп-хисап граждандарҙың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн күпме аҡса түләгәнен иҫәпкә алып, шәхсән билдәләнә.
– Аҡсалата ярҙам күрһәтеү формаһында социаль ярҙам саралары тәртибе үҙгәрмәне, – тип аңлатты Татьяна Борисовна. –Социаль түләүҙәрҙең күләме түләүҙәр күләменән сығып, хеҙмәтләндереү факты буйынса билдәләнә, шуға ярашлы ҡулланыу нормативы сиктәрендә процент нисбәтендә иҫәпләнә. Айлыҡ аҡсалата компенсация күләме һәр кем өсөн шәхсән билдәләнә һәм был осраҡта түбәндәгеләр иҫәпкә алына: граждандың льгота категорияһы; торлаҡ фондының торошо; ташламаға эйә булған граждан менән бер торлаҡта теркәлгән кешеләр һаны; торлаҡ йорттоң майҙаны; коммуналь хеҙмәттәрҙе иҫәпләү приборҙарының булыуы йәки булмауы; йорттоң нисә ҡаттан тороуы; йорттоң төҙөкләндерелеү кимәле; бурыстың булыуы (булмауы) йәки уны түләү тураһында килешеүҙең булыуы (булмауы).
Шулай уҡ, айлыҡ аҡсалата компенсацияны Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм һуғышта ҡатнашыусылар, радиациянан зыян күреүселәр, инвалидтар, инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләр ала. Башҡортостандан 665 мең кешегә коммуналь хеҙмәттәрҙе түләүҙә дәүләт льготалары ҡағыла. Яңы форма буйынса иҫәпләнгән компенсацияны льготалы граждандар сентябрь айынан аласаҡ, ә июль һәм август айында түләү күләме элеккесә ҡала.
Социаль түләүҙәр алыусылар иғтибарына!
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 1 октябрҙән бөтә төр аҡсалата ярҙам, шул иҫәптән балаларға аҡса “Мир” картаһына ғына күсәсәк. Был ҡағиҙә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан ҡаралған.
Башҡа түләү системаһы карталары ҡулланған граждандарға социаль түләүҙәрҙе алыу өсөн карталарын алмаштырырға, реквизиттарын Республика социаль ярҙам үҙәге филиалына(МФЦ бүлеге аша мөмкин) 2020 йылдың 1 октябренә тиклем ебәрергә кәрәк. 1 октябрҙән һуң аҡсалата ярҙам икенсе түләү системаһы (MasterCard, Visa) карталарына күсерелмәйәсәк.
Әгәр ҙә аҡсалата ярҙам һаҡлыҡ кенәгәһенә күсһә йә почта аша килһә, алыусы уны алыу ысулын үҙгәртергә йыйынмаһа, уға бер нимә лә эшләргә кәрәкмәй – аҡса алыу ысулы шул уҡ тәртиптә ҡала.
Әҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә түләүҙәр
Республикала социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам күрһәтеү буйынса Федераль программа эшен дауам итә.
Бындай контрактты аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр төҙөп, айлыҡ йәиһә бер тапҡыр түләнә торған аҡсалата ярҙам ала:
- үҙ бизнесын асҡан осраҡта (100 меңгә тиклем);
- һөнәри белем алыуға (30 меңгә тиклем йә айына 10434 һум);
- эшкә урынлашҡан осорҙа (айына 10434 һум);
- шәхси ярҙамсы хужалыҡ булдырғанда (50 меңгә тиклем).
АСПК программаһы буйынса тулы мәғлүмәтте йәшәгән урын буйынса Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдарында, “Ғаилә” үҙәгендә йә халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә алырға мөмкин.
Льготалы парковка
Льготалы парковка алыу өсөн инвалидтарға хәҙер бер ҡайҙа ла йөрөргә кәрәкмәй. Бының өсөн дәүләт хеҙмәте порталында йә инвалидтарҙың Федераль реестрында (ФГИС ФРИ) шәхси кабинетҡа инеп ғариза ҡалдырырға кәрәк. Элек инвалидтарға махсус медицина күҙәтеүен (МСЭ – медико-социальная экспертиза) үтергә кәрәк ине.
Хәҙер бөтә ил буйынса техник саралар берҙәм базала бар. Элек индивидуаль билдәләр регион эсендә билдәле ине, хәҙер һанлы технологиялар ярҙамында бөтә ил буйынса билдәле.
“Инвалид” билдәһен ҡулланыу үҙгәрә, был шәхси машинаһы булмаған кешеләргә заманса транспорт сервистары менән ҡулланыу өсөн уңай.
Инвалид булған граждан бушлай парковкаға булған хоҡуғын теләгән транспорт сараһында ғәмәлгә ашыра ала. Ғариза бер автомобилгә бирелә, реестрҙағы мәғлүмәт 15 минуттан яңыртыла. Был бәйләнгән тиҙлек инвалидтарға такси йә каршеринг хеҙмәттәрен ҡулланырға мөмкинселек бирә. Льготалы парковкаға инвалид граждандарҙы йөрөтөүселәр дәғүә итә ала.