Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
20 Июль 2020, 19:00

Йылғала вирус бармы?

Әле эҫе көндәр тора, халыҡ йылға-күл буйҙарында ял итә. "Роспотребнадзор"ҙан хәбәр итеүҙәренсә, һыу ингәндә коронавирус йоҡтороуҙан хәүефләнергә ярамай, сөнки вирус һыуҙа һәләк була. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, асыҡ һыу ятҡылыҡтарына ҡояш нурҙары ныҡ тәьҫир итә, ә вирус уға бирешә. Коронавирустың һыу аша йоғоуы тураһында раҫланған мәғлүмәт юҡ.

Әммә һыуҙа башҡа инфекцияларҙы йоҡтороу ихтималлығы көслө, тип иҫкәртә "Роспотребнадзор", мәҫәлән, лямблиоз, ротавирус, церкариоз, дизентерия, сальмонеллез...
Бысраҡ һыу ятҡылыҡтарында нимә йоҡторорға мөмкин?
Церкариоз. Инфекция өйрәктәрҙән тарала, сөнки һыуҙа йөҙгән ҡоштар йыш ҡына был паразиттар менән йоғошлана. Кешегә улар күсмәй, әммә тәндә ваҡ ҡына ҡыҙыл сабыртма сығып, ҡысытырға мөмкин. Әгәр үҙегеҙҙә ошондай билдәләр күрһәгеҙ, табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Лямблиоз. Лямблиялар – ябай микроорганизмдар. Улар кеше тиҙәге ҡалдыҡтары бул-ған ағып сыҡҡан һыуҙан йоғор-ға мөмкин. Һыу ингәндә йыш ҡына һыу йотҡан балаларҙың уны йоҡтороу хәүефе юғары ҡала. Лямблия йоғоу билдәләре: 1-2 аҙнанан эс ауырта, күңел болғана, эс китә. Был осраҡта анализ бирергә кәрәк, анализ ыңғай һөҙөмтә күрһәтә икән, антибиотиктар менән дауаланырға һәм диета тоторға.
Лептоспироз. Был хәүефле бактериялы инфекция кешегә хайуандарҙан күсә һәм бауыр менән бөйөрҙө ызғарлай. Тирелә яра йәки сыйылған урындың булыуы сирҙе йоҡтороу хәүефен арттыра. Тәүҙә баш ауырта, тән ҡыҙа, эс ауырта башлай, артабан күҙҙәр ҡыҙара һәм һары барлыҡҡа килә. Бындай билдәләр менән кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итергә, сөнки сир ғүмергә һәм сәләмәтлеккә хәүеф менән янай.
Ротавирус. Ротавирус инфекцияһы билдәләре: эс китеүе, ҡоҫоу, юғары температура, астения. Сир үҙен шунда уҡ белдермәҫкә мөмкин. Ололарҙа инкубация осоро 15 сәғәттән алып 1 аҙнаға тиклем тәшкил итергә мөмкин. Күпләп һыу эсергә, махсус иретмәләр ярҙамында ашҡаҙан-эсәк юлы функцияһын көйләргә, температураны төшөрөргә, диета тоторға кәрәк. Мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә.
Бынан тыш, һыу ятҡылыҡтарында А һәм Е гепатиттары, холера, дизентерия, сальмонеллез, эшерихиоз һәм тиф йоҡторорға мөмкин. “Роспот-ребнадзор” белгестәре үҙегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймаҫҡа, рөхсәт ителгән хәүефһеҙ урындарҙа ғына һыу инергә кәңәш итә.
Хәүефте нисек кәметергә?
* Тәндә яра һәм сыйылған урындар булғанда, киҫкен респиратор вируслы инфекция менән сирләгәндә йәки сирләгәндән һуң, һыу инмәҫкә – был ваҡытта иммунитет ҡаҡшаған була.
* Һыу ятҡылығынан һыу эсмәгеҙ, йәшелсә-емеште, һауыт-һабаны ундай һыуҙа йыу-мағыҙ, ауыҙығыҙҙы сайҡатмағыҙ.
* Һыу ингәндә һыу йотмағыҙ. Әгәр йотһағыҙ, хәлегеҙ насарайғанда табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Бынан тыш, ауыҙға һыу эләкһә, уны таҙа һыу менән сайҡата һалырға кәрәк.
* Һыу ингәндән һуң, пляжда уҡ таҙа һыу менән ҡойонорға йәки тәнде бактерияларға ҡаршы салфетка, антисептик менән таҙартырға. Үҙегеҙ менән антисептик һалынған һауыт йөрөтөгөҙ.
* Өйгә ҡайтҡас, һабынлап душ аҫтында ҡойоноғоҙ.
Ҡайҙа һыу инергә ярамай?
Быуа йәки йылға янында һыу инергә ярамауы тураһында яҙыу тора икән, артабан етди дерматитҡа һәм аллергияға юлыҡмаҫ өсөн, был урындарҙа һыуға инмәҫкә: унда канализациянан бысраҡ һыу эләгеүе бар.
* Аҡмай ятҡан һыуға төшмәүегеҙ хәйерле. Өйрәктәр йөҙгән, бысраҡ һыуға төшмәгеҙ.
* Ағас-ботаҡтар күренеп торған һыу ятҡылыҡтарында һыу инмәҫкә.
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм сәләмәт булығыҙ.