Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
13 Июль 2020, 14:00

Үҙмәшғүлдәргә ярҙам саралары

“Мой налог” мобиль ҡушымтаһында һөнәри килемгә һалым түләүселәргә бер минималь эш хаҡы күләмендә (12130 һум) өҫтәмә һалым бонусы бирелә.

Был бонус 2020 йылда һөнәри килемгә һалым, бурыс һәм пенялар иҫәбенә автоматик рәүештә күсереләсәк. Бонус һөнәри килемгә һалым түләүсе булараҡ теркәлеүселәргә, шулай уҡ 2020 йылда теркәлеүселәргә бирелә.
Бынан тыш, үҙмәшғүлдәргә уларҙың 2019 йылда түләгән һалымы күләмендә субсидия түләйәсәктәр. Был хаҡта Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте 2020 йылдың 29 майында 783-сө һанлы ҡарар сығарҙы.
Субсидия 2020 йыл һуңына тиклем түләнәсәк. Бының өсөн ғариза талап ителмәй, аҡса “Мой налог” ҡушымтаһына йәки “Мой налог” шәхси кабинетына бәйле банк картаһына киләсәк.
Әгәр бер нисә банк картаһы күрһәтел- һә, ғәмәлдәгеһен күрһәтергә кәрәк.
Үҙмәшғүлдәргә ярҙам, банк карталарын мобиль ҡушымтаға бәйләү буйынса инструкцияны “Налог на профессиональный доход” сайтында табырға мөмкин.
Р. ӘХМӘТОВ,
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең
Башҡортостан буйынса 2-се
район-ара инспекцияһы начальнигы урынбаҫары.