Күҙ уңында тотоғоҙ
13 Июля 2020, 08:00

Һалымдарҙы һәм иғәнәләрҙе ғариза яҙып кисектереү

Коронавирус инфекцияһы таралыу менән бәйле зыян күргән һалым түләүселәргә ярҙам төрөнөң береһе – зыян күргән тармаҡтарҙа шөғөлләнгән ойошмаларға һәм шәхси эшҡыуарҙарға һалым һәм иғәнә түләүҙәрен ғариза буйынса кисектереү йәки бүлеп түләү мөмкинлеге.

Иң ныҡ зыян күргән тармаҡтар исемлеге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 3 апрелендәге 434-се ҡарары менән раҫланған.
Кисектереү (бүлеп түләү) мөмкинлеге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 3 апрелендәге 409-сы ҡарары менән раҫланған.
Һалым һәм страховка иғәнәләре буйынса бурыстарҙы кисектереү (бүлеп түләү) түләү ваҡыты 2020 йылда булырға тейешле бурыстарға ғына ҡағыла.
Был мөмкинлек менән файҙаланыуҙың төп шарты – 2020 йылда килемдең 10 проценттан күберәккә кәмеүе һәм зыян күреү (2019 йылда килем кәмемәгән шартта).
Башҡортостан Републикаһында бурыс- ты кисектереү (бүлеп түләү) буйынса ғаризаларҙы ҡараусы вәкәләтле һалым органы – Рәсәй һалым хеҙмәтенең Башҡорт-остан Республикаһы буйынса 4-се район-ара инспекцияһы (адресы: 450075, Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 95/2).
Ғаризаны иҫәп буйынса инспекция аша, үҙегеҙгә уңайлы теләгән ысул менән, шул иҫәптән “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты” аша, бәйләнештең телекоммуникацион каналдары ярҙамында йәки Рәсәй һалым хеҙмәте сайтында (www.nalog.ru) “Обратиться в ФНС России” сервисы аша бирергә мөмкин.
Тулыраҡ мәғлүмәт Федерль һалым хеҙмәте сайтында.