Түләү квитанцияларындағы сумма һуңынан үҙегеҙҙе аптырашта ҡалдырмаһын өсөн ресурсты рациональ тотонорға һәм дәүләт ярҙамы менән белеп файҙаланырға кәрәк. Ҡурсаланыу режимында граждандарҙың күпселеге өйҙә ҡала, нәҡ шуға күрә лә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары йылылыҡ, һыу, электр энергияһы менән тәьмин итеүҙә, сүп-сар сығарыуҙа өҙөклөктәр булмаһын өсөн эштәрен дауам итә. Беҙ был хеҙмәттәр өсөн тулы күләмдә түләргә тейеш.
Өйҙә ултырғанда беҙ коммуналь ресурстарҙы күберәк файҙаланабыҙ. Нәҡ хәҙер энергияны аҙыраҡ сарыф итеү тураһында уйлана башлаһаҡ яҡшы булыр ине. Кәрәкмәй икән, утты һүндерегеҙ, көнкүреш техникаһын эшләп торған килеш ҡалдырмағыҙ, һыу кранын ябып ҡуйырға онотмағыҙ.
Дәүләт көрсөккә ҡаршы саралар тәҡдим итте. Рәсәй хөкүмәте торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүгә субсидияларҙы автоматик рәүештә оҙайтыу тураһында ҡарар сығарҙы. Субсидия алыу ваҡыты тамамланыусыларға яңынан документтар бирергә кәрәкмәй, түләүҙәр 1 октябргә тиклем раҫланған. Унан һуң сумманы бирелгән мәғлүмәттәр нигеҙендә ҡайтанан иҫәпләйәсәктәр, әгәр түләнгән субсидия тейешленән күберәк килеп сыҡһа, айырмаһын кире ҡайтарырға тура килмәйәсәк, ә аҙыраҡ булһа, дәүләт өҫтәп түләйәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: республикала ундай субсидиялар торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәре килемдең 20 процентынан күберәген тәшкил иткән граждандарға түләнә. Тағы ла бер мөһим яңылыҡ, быныһы инде барыһына ла ҡағыла: ҡурсаланыу режимы ваҡытында бурыстар өсөн ресурстар биреүҙе туҡтатмаясаҡтар. Әммә февралдә һәм унан алдараҡ тәғәйенләнгән пеняларҙы түләргә кәрәк.
Ҡурсаланыу ваҡыты – ресурстар менән тәьмин итеүселәр һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн яуаплы мәл. Ҡулланылған хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләп, беҙ уларҙың тотороҡло эшен тәьмин итә алабыҙ. Бурыстың йыйылыуына юл ҡуймаҫ өсөн, иҫәп приборы күрһәткесен ваҡытында биреп барырға кәрәк. Иҫәптәр буйынса дистанцион ысул менән түләргә мөмкин.
“Башэлектросбыт” компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, электр энергияһы буйынса күрһәткестәрҙе айҙың 20-һенән 23-өнә тиклем биреү мөһим. Электр энергияһы менән ҡулланмаһағыҙ ҙа, күр-һәткестәрҙе бирергә кәрәк, ә түләүҙәрҙе – айҙың 10-ына тиклем башҡарырға.
Иҫәп приборы күрһәткесен үҙегеҙгә уңайлы ысулдар-ҙың береһе буйынса бирегеҙ: “ЭСКБ” ЯСЙ-һы сайтында “Личный кабинет клиента” онлайн-сервисы аша, мобиль ҡушымтала, квитанцияла күр-һәтелгән клиент офисының электрон адресына ебәрергә мөмкин (лицевой иҫәп номерын хәбәр итеп) йәки 8-800-775-70-77, +7 (347) 222-22-00, +7 (347) 222-22-55 бушлай телефон һандары буйынса дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә хәтлем бәйләнеш үҙәге операторҙарына хәбәр итергә мөмкин.
Компания сайтында “Заказать звонок” хеҙмәте бар – заявка тултырығыҙ һәм оператор һеҙ күрһәткән телефон номеры буйынса бәйләнешкә инәсәк. Түләү өсөн квитанцияны электрон адрес-ҡа алырға мөмкин, ул сағында курьерҙың килтереп йөрөүе кәрәкмәйәсәк. Уны “Личный кабинет клиента” аша эшләргә мөмкин, шулай уҡ бәйләнеш үҙәге операторына мөрәжәғәт итеп, клиент офисына электрон адрес-ҡа запрос ебәреп (bashesk. ru). Был осраҡта ҡағыҙ квитанция килмәйәсәк, әммә килтереү ысулын үҙгәртергә мөмкин.
Өйҙән сыҡмай ғына комиссияһыҙ иҫәптәрҙе түләгеҙ: банктарҙың онлайн-сервистары, “Личный кабинет клиента”, “ЛКК ЭСКБ” мобиль ҡушымтаһы аша (App Store һәм Google Play ярҙамында мөмкин), шулай уҡ теркәү булмаған осраҡта электр энергияһы өсөн bashesk. ru сайтында лицевой иҫәп һаны буйынса түләргә була.