РФ Юғары суды президиумы һәм РФ Судьялар советы президиумының 2020 йылдың 8 апрелендәге ҡарарына ярашлы, Рәсәй Федерацияһында яңы коронавирус инфекцияһы (2019-nCoV) таралыу ҡурҡынысы менән бәйле 8 апрелдән 30 апрелгә тиклем (һуңғы көндө лә индереп) Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай район-ара судында граждандарҙы ҡабул итеү, шулай уҡ гражданлыҡ, административ, енәйәт эштәрен һәм административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы эштәрҙе тикшереү ваҡытлыса туҡтатылды.
Судта тик кисектергеһеҙ эштәр генә ҡарала:
- хөкөм сараһын һайлау, оҙайтыу, юҡҡа сығарыу йәки үҙгәртеү;
- билдәләнгән тәртиптә юридик яҡтан хоҡуғы булмаған балиғ булмаған кешенең ғүмерен ҡот-ҡарыу өсөн, уның законлы вәкиле кәрәкле медицина ҡатнашлығынан баш тартҡан осраҡта, уның мәнфәғәттәрен яҡлау;
- балиғ булмағандарҙың хо-ҡуҡтарын яҡлау менән бәйле башҡа эштәр;
- бойоролған, ябайлаштырыл-ған тәртиптә ҡаралыусы эштәр;
- эштә ҡатнашыусы кешеләр барыһы ла эште уларһыҙ тикшереүҙе үтенгән осраҡта (әгәр улар-ҙың ҡатнашлығы мотлаҡ булмаһа).
Документтарҙы судтың интернет-ҡабул итеү сайты йәки Рәсәй почтаһы аша бирергә кәңәш итәбеҙ.
Э. Д. Йыһангирова,
БР Балаҡатай район-ара
суды рәйесе вазифаһын башҡарыусы.