Мәсетле тормошо
+18 °С
Облачно
Күҙ уңында тотоғоҙ
14 Апреля 2020, 15:00

Ғүмерҙәребеҙҙе һаҡлайыҡ

Республиканың дини йорттары онлайн-режимға күсте.

Республика мәсеттәрендә күмәкләп намаҙ уҡыуҙар ваҡытлыса ойошторолмаһа ла, аҙандың тынғаны юҡ. Ә бына аҙан һәм вәғәз һуңында имамдың ауылдаштарын өйҙә ҡалырға саҡырыуы ғәҙәти булмаған күренеш. Был – хәүефле сирҙән аралау өсөн булдырылған махсус сара. Бөгөн Башҡортостан буйынса 1200-ҙән ашыу мәсеттәге репродукторҙар аша үҙизоляция режимы тураһында белдереүҙәр яһала. Митрополит Никон да православие динен тотоусылар-ға карантин режимын һаҡлау хаҡында бойороҡ сығарған.
Тәлғәт Тажетдин, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе: “Беҙ ҙә онлайн-режимға күсәбеҙ. Артабан халыҡты йыймайынса ғына йома намаҙҙарын үткәрергә ниәтләйбеҙ. Мәсеттәрҙә тик имамдар һәм мәзиндәр генә эшләйәсәк. Әле хатта мосолман дәүләттәрендә лә мәсеттәргә халыҡ йөрөмәй. Изге Мәккә ҡалаһында ла мәсет ябыҡ тора. Беҙ табиптар-ҙың кәңәштәрен теүәл үтәргә тейешбеҙ. Был йәһәттән Республика Башлығы һәм власть вәкилдәре аныҡ күрһәтмәләр бир-ҙе. Улар мотлаҡ үтәлергә тейеш. Пәйғәмбәребеҙ әйткәненсә, мосолман кеше үҙенә лә, башҡа- ларға ла зыян килтерергә тейеш түгел”.
Изге Рамаҙан айына тиклем ун көн ҡалды. Республика мосолмандары тәрәүих намаҙын, йәмәғәт ифтарҙарын мәсеттәрҙә ойоштормаясаҡ. Ауыҙ асыу сараһына йортҡа ҡунаҡ йыуыу кәңәш ителмәй.
Айнур Бирғәлин, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе: “Сир йоҡтороу-сы, йә коронавирус ныҡ таралған ерҙән ҡайтып, башҡаларҙың сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуймау тураһында уйламай йәмәғәт урындарында йөрөү, ҡаты алыш мәлендә яу яланын ташлап киткән хыянатсы һалдатҡа тиң. Был оло гонаһ иҫәпләнә. Шуның кеүек тыйылған мәлдә мәсеттәргә йөрөү, күмәк намаҙҙар ойоштороу ҙа дөрөҫ түгел. Беҙ үҙебеҙҙең һәм башҡаларҙың сәләмәтлеген һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуябыҙ”.
Шулай итеп, Башҡортостан мәсеттәре ябыҡ. Ә Диниә назараты вәкилдәре һәм республика имамдары эштәрен ирекмән булараҡ дауам итә. Бөгөн 200-гә яҡын диндар республикала эшләп килгән “Ҡыҙыу линия”ға ҡабул ителгән мөрәжәғәттәр буйынса ауыл-ҡалаларҙа ололарға ярҙам ҡулы һуҙа.