Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
10 Апрель 2020, 17:25

Республикала почта бүлексәләренең эш графигы үҙгәрҙе

Ҡатмарлы эпидемиологикк хәлгә бәйле, республикала ҡайһы бер почта бүлексәләренең эш графигы үҙгәрҙе, тип хәбәр иттеләр Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығынан.

«Ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә һәм ҙур тораҡ пункттарҙа урынлашҡан почта бүлексәләре шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә клиенттар өсөн ябыла. Эш көндәрендә лә клиенттар өсөн килеү ваҡыты ҡыҫҡартыла. Почтальондар пенсия, пособие һәм хаттарҙы үҙгәрешһеҙ илтеп бирә», — тине Федераль почта хеҙмәте Башҡортостан идаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий.
Ләкин үҙгәрештәр аҙнаһына өстән биш көнгә тиклем эшләгән ауыл һәм ҙур булмаған ҡала элемтә бүлексәләренә ҡағылмай. Был – республикала урынлашҡан почта бүлексәләренең төп өлөшө. Улар элекке режимда эшләй.
Ә Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта почта элемтәһенең дежур бүлексәләре билдәләнгән. Улар үҙҙәренең ғәҙәти графигы буйынса, шул иҫәптән шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә эшләүен дауам итергә тейеш. Өфөлә: Ленин урамы, 28; Ухтомский урамы, 12; Юрий Гагарин урамы, 37/1; Ульяновтар урамы, 36. Стәрлетамаҡта – Коммунистик урамы, 30.
Почта элемтәһе бүлексәләренең актуаль эш графигын Рәсәй почтаһы сайтында һәм мобиль ҡушымтала табырға мөмкин.

Галина Бахшиева «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы