Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
10 Апрель 2020, 14:00

Күсемһеҙ милек объекты адресының ФИАС-та булыу-булмауын тикшерегеҙ

Хөрмәтле һалым түләүселәр!

Әгәр һеҙ милек хоҡуғында (срок-һыҙ файҙаланыуҙа) күсемһеҙ милеккә һәм/йәки ер участкаһына эйә икән, РФ Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органдары үҙегеҙҙең барлыҡ объекттарығыҙҙың Федераль мәғлүмәт адрестар системаһында (ФИАС) булыу-булмауын тикшерергә кәңәш итә.
Күсемһеҙ милек объекты адресы, ер участкаһы, торлаҡ йорт, бина, производство ҡоролмаһы, хужалыҡ ҡаралтыһымы ул әллә төҙөлөп бөтмәгән объект булһынмы – ул торама пункт эсендәге йәиһә унан ситтәге күсемһеҙ милек объектының урынлашҡан ерен билдәләй.
Шуға күрә, тәү сиратта, адрес уникаль һәм ҡабатланмаҫ булырға тейеш, йәғни билдәле бер адрес фәҡәт бер генә күсемһеҙ объектҡа/ер участкаһына бирелергә мөмкин.
2013 йылдың 28 декабрендәге “Федераль мәғлүмәти адрестар системаһы тураһында һәм “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидаралыҡты ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында” Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында” 443-ФЗ һанлы Федераль законға ярашлы бирелгән бөтә адрестар тураһындағы мәғлүмәт ФИАС-та булырға тейеш.
Рәсәй Хөкүмәтенең 2014 йылдың 19 ноябрендәге 1221-се ҡарары менән раҫланған Адрестар биреү, үҙгәртеү һәм ғәмәлдән сығарыу ҡағиҙәләренең 26-сы пунктына ярашлы, адрес, уның тураһындағы мәғлүмәттәр ФИАС-ҡа индерелгәндә генә бирелгән тип иҫәпләнә.
ФИАС-тағы адрестар тураһындағы мәғлүмәттәр дәүләт власының бөтә органдары, урындағы үҙидара органдары тарафынан, шул иҫәптән дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәткән ваҡытта файҙаланыу өсөн мотлаҡ.
ФИАС-тағы адрестар мәғлүмәттәрен ашығыс хеҙмәттәр, Росреестр, һалым, МВД органдары, Рәсәй почтаһы һәм башҡалар, шулай уҡ күп кенә коммерция ойошмалары, мәҫәлән, банктар, интернет-магазиндар, коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеүселәр, посылкалар ташыу хеҙмәттәре һәм башҡалар үҙ эшмәкәрлектәрендә файҙалана.
Унан тыш, ФИАС-та адрестар тураһында мәғлүмәттәрҙең булмауы ойошманы теркәгәндә, контроль-касса техникаһын теркәгәндә, һәр төрлө лицензиялар алған ваҡытта, продукцияны маркалағанда проблемалар тыу-ҙырыуы ихтимал.
Кире эҙемтәләрҙе булдырмаҫ өсөн үҙегеҙҙең күсемһеҙ милек объекттарының адрестары булыу-булмауын fias.nalog.ru асыҡ порталында тикшерергә кәңәш итәбеҙ.
ФИАС-та адрес булмаған осраҡта территорияһында күсемһеҙ милек объекты урынлашҡан урындағы үҙидара органына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Адресты биреү, үҙгәртеү һәм юҡҡа сығарыу бушлай бойомға ашырыла.
Р. ӘХМӘТОВ,
РФ Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса 2-се район-ара инспекцияһы начальнигы урынбаҫары.