Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
9 Апрель 2020, 16:03

«Бер кемде лә йәлләмәйәсәкбеҙ»

Башҡортостанда изоляция тәртибен көсәйтәләр һәм өлкән йәштәгеләр, балалар өсөн комендант сәғәте индерәләр.

Бөгөн оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Башҡортостанда изоляция тәртибен көсәйтергә һәм уны боҙғандарға штраф һалырға ҡушты.
65 йәштән өлкәндәргә - киске сәғәт 6-нан иртәнге 10-ға тиклем, балаларға киске сәғәт 6-нан көндөҙгө 1-гә ҡәҙәр йәмәғәт урындарына барыу тыйыла.
Хәҙер Мәскәүҙән ҡайтҡандар аэропортта йәки тимер юл вокзалында коронавирусҡа тест тапшырырға һәм 14 көн карантинда ултырырға тейеш.