60 йәштән олораҡ граждандар 8.30-ҙан 11.00 сәғәткә тиклем, йә табипты өйгә саҡыртып хеҙмәтләндерелә. 45 – 60 йәштәге граждандар – 11.00-дән 13.00-гә тиклем. 18 – 45 йәштәгеләр – 15.00-дән 20.00-гә тиклем. Киҫкен респиратор вируслы инфекция билдәләре (ҡалтырау, йүтәл, тымау) булған граждандар поликлиникаға айырым ишектән, ҡабырғанан инә (ҡыҙыл уҡ менән күрһәтелгән). Дежур терапевт 1-се кабинетта ҡабул итә. Үҙәк ишектән инеү тыйыла! Ашығыс күрһәткестәр буйынса (травмалар, ағыуланыуҙар, йөрәк ауыртыуҙары менән һ. б.) граждандар теләһә ҡайһы ваҡытта үҙәк ишек аша ҡабул ителә. Граждандарҙы профилактик медицина тикшереүҙәре һәм диспансерлаштырыу ваҡытлыса туҡтатылып тора. Көндөҙгө һәм тәүлек әйләнәһенә стационарҙарға план буйынса һалыу туҡтатылып тора. Граждандарҙы шифахана-курорт дауалауына ебәреү ваҡытлыса туҡтатылды. 60 йәштән өлкәнерәктәргә льготалы рецептар буйынса дарыу бер ваҡытта өс айға яҙып бирелә. 60 йәштән кесерәк булған туғандарына льготалы дарыу яҙып бирелергә мөмкин. Йөклө ҡатындар поликлиниканың ҡабырғаһынан (йәшел уҡ менән күрһәтелгән) инергә һәм өсөнсө ҡатҡа менергә тейеш. Скринингтар план тәртибендә уҙғарыла. Үҙәк ишек аша инеү йөклө ҡатындарға тыйылған! Киҫкен респиратор вируслы инфекция билдәләре булған балалар өсөн лаборатория яғынан айырым ишек бүленгән. Кәрәк булғанда анализдар кабинетта алына. Балиғ булмағандарға профилактик тикшереүҙәр туҡтатылып тора. Стационарға планлы һалыу туҡтатылып тора. Шифахана-курорт дауалауына ебәреү ваҡытлыса туҡтатылды. Поликлиникаға килеүселәр битлектәрҙә булырға тейеш. Ҡулдарҙы мотлаҡ тире антисептигы менән эшкәртергә (ул поликлиника холында һәм балалар поликлиникаһында урынлашҡан). Бер метрҙан кәм булмаған дистанция һаҡларға.